- Тәүҙә 400 гектар ерҙә эшләһәм, әлеге көндә 600 гектарға яҡын ерем бар. Быйыл бойҙай, арпа, һоло, арыш, етен, ҡарабойҙай сәстем. Бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар эштәрҙе бик ҡатмарлаштырҙы, әлбиттә. Уның арҡаһында сәселгән арыш һәм көҙ сәселгән бойҙай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡалған культура кибә барған баҫыу ерҙәрендә яйлап урып йыйыла. Һәр нәмәне еренә еткереп башҡарып, ҙур өмөттәр бағлап башлағайныҡ та бит...
Техникам етерлек. Ике “Беларусь”, ике “Т-150” тракторым, “ЗИЛ”, “МАЗ” йөк машиналарым, “Дон-1500 Б” комбайным, кәрәкле бөтә тағылма агрегаттарым (сәскес, минераль ашлама һибеү, сабыу, преслау) бар. Келәт бинаһын төҙөнөм, иҙәнен генә эшләргә ҡалды. Ә гараж бинаһы ҡуртымға алынды.
Миңә ярҙам иткән механизаторҙарҙан Илдус Шамил улы Әбдиев комбайнға ултырһа, Мөнир Сәлихов, Анатолий Шматов тракторҙарҙа, Илдус Динислам улы Әбдиев машинала ҙур эштәр башҡаралар, - тип һөйләне фермер.
Илнур Әлмир улы бала сағынан механизатор булған атаһына булышырға йөрөһә лә, урындағы мәктәпте тамамлағас, ер эше буйынса китермен тип һис тә уйламай. 2002 йылда ул Өфө финанс-иҡтисад колледжына уҡырға инеп, диплом ала. Һәр эшкә лә тотонорға ҡурҡмаған баҙнатлы егет төрлө эштәрҙә үҙен һынап ҡарай. Нефтсе лә, йөк ташыусы ла, төҙөүсе лә була. Ағас эшен дә, тимер эшен дә үҙ ҡулдары менән башҡара. Иретеп-йәбештереү эштәре булһынмы, водитель, тракторсымы – һәр нәмә ҡулынан килә. Хан һарайылай күркәм йортон, ҡаралтыларын, кәртә-ҡураһын – барыһын да үҙ ҡулдары менән төҙөй. Ауыл малайы, ер улы шулай ҙа уйланып йөрөгәндән һуң 2016 йылда үҙ хужалығын булдырып, ер эшенә тотонорға ҡарар итә. Тырышып эшләгән йәш ирҙең эштәре уңышлы ғына китә. Быйыл ул йыл йомғаҡтары буйынса Рәхмәт хатына ла лайыҡ булған.
Уға тормошта ғаиләһе ҙур ярҙамсы булып тора. Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһендә хеҙмәт итеүсе ҡатыны Дилара Альберт ҡыҙы менән биш ул тәрбиәләйҙәр. Дамиль быйыл студент булып китһә, Данил 9-сы класҡа барҙы. Ул “Йондоҙ” ансамбле составында бейеп, уңыштар яулай. Илсур - 4-се, Инсаф 2-се класта уҡыһа, өс йәшлек Данияр балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙар бәләкәйҙән ер, хужалыҡ эштәрен күреп, белеп, үҙҙәре ярҙамлашып үҫә. Ҙур шәхси хужалыҡтың эше лә күп бит. Әйткәндәй, фермерҙың ҡураһында малы ла ишле. Етешәр һыйыры, башмағы, быҙауҙары, иллеләп һарыҡтары бар. Малҡайҙарҙы хужа үҙе һәм улдары тәрбиәләй. Киләсәктә ныҡлап малсылыҡ менән шөғөлләнергә лә ниәтләй.
Ер улының ваҡытлыса һауа торошона күңеле төшмәйенсә киләсәктә лә башлаған эшен дауам итеп, уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.