Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңеле һәр саҡ ауылға тарта

Йәйҙең сағыу ҡояшлы бер көнөндәге эш сәфәребеҙ был юлы эшһөйәрҙәр төйәк иткән йәмле төбәктәрҙең береһенә – Үрге Тимкә һәм Балта ауылдары янында урынлашҡан фермер хужалыҡтарының эше менән танышыу маҡсатына нигеҙләнде.

Күңеле һәр саҡ ауылға тарта
Күңеле һәр саҡ ауылға тарта

 Был яҡтарҙа Азат атлы ир-егеттең фермер хужалығы булыуын күптән ишетеп белһәк тә, ошоғаса унда барып етә алмағайныҡ. Алдан әйтмәй генә, аяҙ көндө йәшен атҡандай пәйҙә булыуыбыҙға ҡарамай, ул беҙҙе ихлас ҡар­шы алды.

Бала саҡтан фермер булыу теләге менән янған, Баймаҡ районында тыуып үҫеп, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Азат Ка­малеев биш йыл беҙҙең район биләмәһендә һарыҡтар үр­сетә.

-Киләсәктә берәй нәмә уйлармын тип, 2018 йылда ошо ферманы һатып алдым. Район хакимиәтендәге ин­вестсәғәткә килдем, һөй­ләштек. Ярҙам иткәндәре, ер бүлгәндәре өсөн район ха­кимиәтенә, ауыл хужалығы бүлегенә бик рәхмәтлемен. Эшемде һарыҡ үрсетеп ҡара­уҙан башларға ҡарар иттем дә, бер нисә тиҫтә һарыҡ һа­тып алдым. Шулай итеп 2019 йылда ныҡлап һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Әле һарыҡтарҙың ит йүнәле­шендәге айырым Көньяҡ Африка Дорпер тоҡомон үр­сетәбеҙ. Улар ошоға тиклем Рәсәйҙә бик һирәк ине, әле генә күбәйә башланы. Был һарыҡтарҙың йөндәрен алырға кәрәкмәй, үҙе ҡойолоп төшә. Итле тоҡом. Шулай уҡ уларҙың итендә һарыҡ итенә генә хас үҙенсәлекле еҫ юҡ. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 120-130 килограмға барып етә, орғасы һарыҡтар 70-90 ки­лограмм тарта. Тәүге тапҡыр берҙе генә бәрәсләһәләр, аҙаҡ икешәрҙе бәрәсләй башлай­ҙар, -тип таныштырҙы үҙ эше менән Азат Камалеев.

- Азаттың был яҡҡа килеүе яҡшы булды әле. Юлдарҙы йүнәткәс, Балта ауылына ла йәштәр ҡайта башланы. Азат ауыл халҡына ҡулынан кил­гәнсе ярҙам итергә тырыша. Техника кәрәк булһа ла уға киләбеҙ. Күл эшләп ҡуйҙы, балыҡтар ебәрҙе, -тип әң­гәмәгә ҡушылды фермерҙың ҡунағы, йәй көндәрендә Бал­та ауылында йәшәүсе, Хоҡуҡ институтының хаҡлы ялдағы доценты Марат Зөбәйеров.

Әйткәндәй, Азат Мөнир улының ике юғары белеме бар. Тәүгеһе төркиәтсе-шәрҡиәт­се булһа, икенсеһе иҡтисад менән бәйле.

-Һарыҡ үрсетеү – еңел эш түгел, әлбиттә. Минең был йүнәлеш менән шөғөлләнер­гә уйлауымды белгәс, атайым, ғүмер буйы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән кеше бу­лараҡ: “Улым, иң ауыр эште һайлағанһың”, -тине.

Ауыр, әммә үҙем ауылда тыуып үҫкәнгә күрәлер, миңә бында оҡшай. Балаларым да эш күреп үҫһендәр, эшкә өй­рәнһендәр, ҡала тормошонан бер аҙ ял итһендәр, тигән ниәт менән башлап ебәргәйнем был эште.

 Оло ҡыҙыма ул хәтлем эш эләкмә­не, ә улым 11 йәшенән бында миңә ҙур ярҙам күрһәтә. Ике ҡыҙыбыҙ бәләкәй әле, - ти уңған хужа.

Бөгөнгө көндә ферма хужалығында дүрт кеше эш менән тәьмин ителгән. Ҡыш көндәрендә бер ғаилә пары һа­рыҡтарҙы ҡарай.

- Кәрәкле техникабыҙ бар. Бесән­де үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Бына эшкә кеше табыуы ғына ҡыйыныраҡ. Йәштәр бөтөнләй килмәй, ә оло йәштәгеләр эштән ҡурҡмай. Йыл һайын Хәйбулла районынан таныштарым килеп бесән эшләшергә ярҙам итә. Көтөүсебеҙ ҙә шул яҡтарҙан. Әлегә һарыҡтарҙан артыҡ килем алып булмай тиһәң дә була. Барлыҡ аҡса техниканы ремонт­лауға, эшселәргә китеп тора. Ҡалала мебель эшләү менән дә шөғөлләнәм, әммә, йәш барған һайын күңел һәр саҡ ауылға тарта. Шуға күрә барлыҡ көстө бында һалырға тырышам. Тамырҙар тарталыр инде, тип уйлап ҡуям, - тип һүҙен дауам итә Азат.

Хәйбулла районынан килгән 66 йәшлек Ғиззәт Заһиҙуллин 6-сы йыл рәттән фермерға бесән эшләшеүҙә ярҙамлаша.

- Ике йыл йәйен дә, ҡышын да эшләнем. Әле йәйгелеккә генә киләм. Үҙемдең ауылда ла эшһеҙ ятҡаным юҡ. Быйылғы ямғырҙар рәхәтләнеп мал аҙығы әҙерләргә генә бирмәй. Бесән еүеш, йыйып булмай. Миңә был яҡтар ныҡ оҡшай. Бында бесән бигерәк күп һәм эргәлә генә, - ти Ғиззәт ағай.

Күңеле һәр саҡ ауылға тартыусы Азат Мөнир улының изге эше артабан да уң барһын, ауыл еренә йән өрөүсе ошондай тырыш ир-егеттәребеҙ кү­берәк булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

 

 Рәсил ИСЛАМОВ, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә беҙҙең районда аҙна һай­ын кесе йома инвест-сәғәт үткәрелә. Унда эшҡыуарҙар һәм бизнеста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр үҙҙәренең проекттарын яҡлай һәм еңеп сыға.

«Инвест-сәғәт»тәрҙең файҙаһы бик ҙур, улар ярҙамында районда яңы объекттар асыла, ял итеү урындары булдырыла, малсылыҡ үҫешә, яңы эш урындары барлыҡҡа килә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: