Колхоз тарҡалғас, ир күңел төпкөлөндәге хыялын лайыҡлы тормошҡа ашыра. Шәхси хужалыҡтарында мал, шул иҫәптән атаһынан ҡалған аттарҙы үрсетә башлай. Яйлап аҡсаһын туплай барып, тоҡомло аттар һатып ала. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай ошо эшкә тотона. Тәүҙә шәхси ярҙамсыл хужалыҡ менән шөғөлләндем. Артабан 2019 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторҙом. Өс тракторым, агрегаттарым бар. Малды үрсетеү һәм килем алыу өсөн ҙур көс талап ителә. Йәйҙәрен бесән әҙерләйем, ә арпа һәм һолоно күмәртәләп һатып алам. Аттарға бөтә күңелемде һалам. Малҡайҙарым аҡыллы, улар мине танып торалар, яратыуымды һиҙәләр. Улар тынысландырыусы ла”, - ти фермер.
Эйе, күренеп тора, аттарын ысын күңеленән ярата ул. Күп булһалар ҙа, һәр береһенә яғымлы итеп ҡушаматы менән өндәшә. Киләсәктә йылҡыларын тағы ла үрсетеп, халыҡты сифатлы ит продукцияһы менән тәьмин итеү теләге. Шулай уҡ аттарҙы ярыш өсөн дә әҙерләй башлаған. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштырып, малҡайҙарының данын күтәрергә уйлай ул. Илдар Мостафин тирә-яҡ кешеләренә мауыҡтырғыс миҙгелдәр ҙә бүләк итеп тора. Бында килеп, аттарҙа йөрөргә яраталар. Шулай итеп ул кешеләрҙең күңелдәрендә онотолмаҫ тәьҫораттар, матур хәтирәләр ҡалдыра. Бындай ҙур хужалыҡты үҙенә генә тартыу ауыр булыр ине. Илдар Миҙхәт улы бар эштәрҙе лә ғаиләһе менән бергәләшеп алып бара. Улдары Кирилл һәм Альберт, бер туған ағаһы Фәнис һәм башҡа туғандары булыша. “Уларҙың барыһы ла универсал. Улар механизатор ҙа, водитель дә, малсы ла. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, барыһын да атҡарып сығаралар. Бөтә өйҙәге эштәр ҡатыным иңендә. Ул беҙҙе йылы аштары, ҡаҙылыҡ менән һыйлай, һыйырҙар һауып, уның ағынан төрлө һөт ризыҡтары яһап ашата”, - ти ир. Ул шулай уҡ һыйырҙар һәм күпләп Иҙелбай тоҡомло һарыҡтар ҙа аҫрай. Һарыҡ малын башлыса Ҡорбан ғәйеттәренә һатып алалар икән. Уңған фермер таң атыу менән малҡайҙары янына ашыға. Йылҡы, һарыҡтар үрсетеү менән шөғөлләнеү, тирә-йүндәгеләргә изгелек һәм ҡыуаныс өләшеү – йәшәүенең мәғәнәһе булып тора. Киләсәктә дәүләттән ярҙам булып, бесәнлек тә күбәйһә, бик шәп булыр ине, тип өмөтләнеп йәшәй ул. Аттарға, һарыҡ көтөүенә оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап торҙом. Шулай ҙа фермер хужалығы – ул ялһыҙ көндәр, күп йоҡоһоҙ төндәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр һәм ауыр хеҙмәт икәнен аңлайым. Ә Илдар Мостафин өсөн малсылыҡ йәшәү рәүеше булып тора.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.