Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Йәшел ураҡ» көндән-көн күберәк туплана

Һуңғы аралағы эҫе һауа торошо ауыл хужалығы эшсәндәренә мал аҙығы әҙерләүгә форсат бирҙе. Район хужалыҡтарынан “Уңыш” йәмғиәте беренселәрҙән булып “йәшел ураҡ”ҡа төштө.

«Йәшел ураҡ» көндән-көн күберәк туплана
«Йәшел ураҡ» көндән-көн күберәк туплана

«Йәшел ураҡ» көндән-көн күберәк туплана

Һуңғы аралағы эҫе һауа торошо ауыл хужалығы эшсәндәренә мал аҙығы әҙерләүгә форсат бирҙе. Район хужалыҡтарынан “Уңыш” йәмғиәте беренселәрҙән булып “йәшел ураҡ”ҡа төштө.

Күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу эштәре тулы ҡеүәт­кә бара. Йәмғиәттең Ҡыр­мыҫҡалы бүлексәһендә костер үләнен саба башлағандар. Ә Иҫке Муса бүлексәһен­дә кәзә үләнен (козлятник) төкләп ташыйҙар ине.

Иҫке Муса бүлексәһенә ҡараған Варшавка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа беҙҙе бүлексә бригадиры Миҙхәт Насиров ҡаршы алды.

- 90 гектар ерҙә кәзә үләне сабылды. Был 200 төргәк ти­гән һүҙ. Үләнде Динар Асҡа­ров сапһа, Салауат Хөснет­динов МТЗ-21 тракторына тағылған агрегат ярҙамында әйләндерҙе. Василий Петров МТЗ-82 тракторындағы пресс-йыйғыс менән кипкән үләнде төргәктәргә йыя. Ген­надий Култыгин әҙер бесән төргәктәрен ташый. Механи­заторҙарҙың барыһы ла ты­рышып эшләйҙәр. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Са­лауат Әхәт улы Хөснетдинов та тәжрибәле ололар рәтендә көс түгә. Ул химик утауҙа ла көндө төнгә ялғап эшләне, -ти Миҙхәт Миңләхмәт улы.

Әйткәндәй, гәзит сыҡҡан­сы был баҫыуҙа эште та­мамлап та ҡуйғандар. Хәҙер инде бар көс Ҡырмыҫҡалы бүлексәһенә күскән. Ундағы бүлексә бригадиры Сабирй­ән Хөсәйеновтың һүҙҙәре буйынса, 8 гектар ерҙе тәш­кил иткән Ҡарлыманбаш һәм Яңы Ҡуғанаҡ ауылда­ры бесәнлектәрендә эште бөтөрөп, Казанка һәм Кузь­миновка яландарында үлән сабыу тамамланыу өҫтөндә. Бер үк ваҡытта Новотроицк яғына күсәләр.

“Уңыш” хужалығында эште дөрөҫ ойошторған етәк­селек һәм тырышып, фиҙаҡәр хеҙмәт һалған механизаторҙар арҡаһында “йәшел ураҡ” ағы­мы көндән-көн күберәк ту­плана бара.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Район буйынса мал аҙығы культуралары 7505 гектар тәшкил итә. Шул иҫәптә 5134 гектар күп йыллыҡ үләндәр, 443 гектар яҙ сәселгән күп йыллыҡ үләндәр, 1397 бер йыллыҡ үләндәр, 531 гектар силос өсөн кукуруз.

Райондың ауыл хужалығы идаралығы 5 июлдә ҡуйған мәғлүмәт буйынса 3160 гектар майҙанда үлән сабылған (36,3 %), 1150 тонна бесән (17 %), 5450 тонна сенаж (32,5 %) әҙерләнгән.

Барлығы бер шартлы мал башына 34,75 центнерҙан да кәм булмаған мал аҙығы әҙерләү планлаштырыла. Мал аҙығы әҙер­ләүҙә барлығы 60 сапҡыс, шул иҫәптә 6 үҙйөрөшлө, 9 йыйғыс, шул иҫәптә 5 үҙйөрөшлө, 32 тырма һәм әйләндергес тырмалар, 39 пресс-йыйғыс ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас: