Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы белем һәм тәжрибә менән байытты

Ҡабаҡ ауылындағы “Кировец-Өфө” етештереү-техник үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса Комитетының күсмә ултырышы үтте.

Яңы белем һәм тәжрибә менән байытты
Яңы белем һәм тәжрибә менән байытты

Яңы белем һәм тәжрибә менән байытты

Ҡабаҡ ауылындағы “Кировец-Өфө” етештереү-техник үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса Комитетының күсмә ултырышы үтте.

Комитет рәйесе Илшат Вәзиғәтов етәкселегендә уҙған сарала республиканың ауыл хужалығы производ­ствоһын техник һәм технологик яҡтан яңыртыу, ауыл хужалығы һәм эко­логия үҫешенең мөһим аспекттары мәсьәләләре ҡаралды.

Иң тәүгеләрҙән булып сығыш яһаусы Башҡортостан Республикаһы­ның Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙенең докладында ауыл хужалығының техник һәм технологик модернизацияһы, инновацион үҫеше проблемалары хаҡында бәйән итте. Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары 2024 йылдың 4 айы эсен­дә 2,8 млрд һумға 633 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм:

- Ғинуарҙан апрелгә тиклем 107 трактор, 34 комбайн, 200-ҙән ашыу ер эшкәртеү һәм башҡа техника алынды. 2024 йылда яҙғы сәсеүҙе 12430 трактор башҡарҙы. Был 2023 йылдың күрһәт­кестәренән 180 берәмеккә күберәк. Быйылғы яҙғы сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 2,1 млн гектар тәшкил итә. 14 майға ҡарата уларҙың 924 000 гектары (46%) сәселеп бөттө, - тине ул.

Ултырышта видеобәйләнеш аша сығыш яһаусылар ҙа булды. “Пе­тербург трактор заводы” акционер йәмғиәтенең директор урынбаҫары Борис Филин санкциялар шартта­рындағы ыңғай тәжрибәһе менән ур­таҡлашты. 500-ләгән предприятиеның һәм 90 мең тирәһе кешенең “Кировец” тракторҙарына төрлө кәрәкле детал­дәр етештереүе, “Кировец-Өфө”нөң был етештереүселәр һәм хеҙмәтлән­дереү предприятиелары сылбырында лайыҡлы урын биләүе хаҡында бил­дәләп үтте ул.

“Кировец-Өфө” етештереү-техник үҙәге эшмәкәрлеге менән йәмғиәттең генераль директоры Радик Хафизов таныштырҙы.

Артабан Комитет рәйесе Илшат Вәзиғәтов “Тоҡомло малсылыҡ ту­раһында”, Комитет рәйесе урын­баҫары Раил Әбдрәхимов “Һунар һәм Башҡортостан Республикаһында һу­нар ресурстары”, “Урман мөнәсәбәт­тәрен көйләү тураһында” проектта­рын тикшерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының федераль ҡану­ниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Дамир Мөхәмәтшиндың сығышы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһын­да” булһа, Башҡортостан Республи­каһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәт­тәре министры Наталья Полянская “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” һүҙ тотто.

Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншиндың доклады “Башҡор­тостан Республикаһында хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһын­да” барҙы. Бында һәр беребеҙҙе борсо­уға һалған берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр проблемаһы ла күтәрелде һәм уны ни­сек хәл итеү юлдары билдәләнде.

Ғөмүмән, күсмә ултырышта ауыл хужалығына ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр буйынса эшлекле һөйлә­шеү уҙҙы, айырым норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү һорауҙа­ры ҡаралды.

- Сара бай һәм продуктив булды. Ул беҙҙе яңы белем һәм тәжрибә менән байытты. Әлбиттә, техниканың ауыл хужалығында ниндәй ҙур роль уй­нағанын барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, бигерәк тә, ауылда эшсе көстәр етеш­мәгән саҡта, - тигән фекерҙәрен бел­дерҙеләр ултырышта ҡатнашыусылар һәм “Кировец-Өфө” йәмғиәте эше менән яҡындан танышыу маҡсатында предприятие буйлап сәйәхәт ҡылды.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: