Киләсәк уңышҡа нигеҙ һалына
Ҡар иреп бөтөү менән ер өлгөргән хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәре башланды.
Районда әлеге ваҡытта “Уңыш”, “Артемида” йәмғиәттәре, “Мифтахов”, “Хәлитов” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары баҫыуҙарында дым ҡаплатыу, минераль ашламалар индереү эштәре бара. Тәүгеләр рәтендә ер эштәренә тотонған “Мифтахов” крәҫтиән-фермер хужалығындағы эштәр барышын күреү өсөн юл тоттоҡ.
Баҫыу Яңы Бишауылға яҡын булып сыҡты. Йәмле тәбиғәт ҡосағы эргәһендәге сәсеү ере тракторҙарҙың гөрөлдәү тауышына күмелгәйне. Уларға күктәге һәм ағастарҙағы ҡоштар моңо ла ҡушыла. Был күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тыныслыҡ һәм шатлыҡ хистәре өҫтәй.
- Барлығы 694 гектар һөрөнтө ерем бар. Өлгөргән ерҙәрҙә эштәрҙе тиҙ арала башҡарырға кәрәк. Эшсе ҡулдар етә. Механизаторҙарҙың һәр береһе үҙ эштәрен белеп, тырышып, алдарына ҡуйылған бурыстарын еренә еткереп үтәй. Мәҫәлән, Мансур Ғәлиев агрегат ярҙамында минераль ашламаларҙы һиптергәс, Илшат Йосоповтың агрегаты уның артынан тырмата. Руслан Мифтахов көнбағыш сәселгән ерҙәрҙе дисковать итһә, Илшат Ғөбәйҙуллин дым ҡаплата. Тупраҡта дымды һаҡлап ҡалырға кәрәк, шуға ла ошо мөһим мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Ришат Мифтахов.
Әйткәндәй, Ришат Рафаил улы үҙе лә баҫыуҙа ине. Ул үҙенең Т-150 тракторында сик араларын һөрөп, эштәр барышын ҡарап йөрөй. Ҡатыны Айгөл Миңлейәр ҡыҙы “Нива” машинаһының руле артында эшселәргә йылы аш килтерҙе.
Фермерҙың һүҙҙәре буйынса, техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдары бар һәм орлоҡ әҙер. Был тәүге эштәр тамамланғас, сәсеүгә төшәсәктәр.
Механизаторҙарҙың эштәренә ҡарап һоҡланып торҙом. Уларҙың күңеле эш дәрте менән тулыуы һиҙелә. Тырмаланған ерҙәр тип-тигеҙ булып ҡала, кәҫтең әҫәре лә юҡ. Һауа торошо ла булышлыҡ итә, ҡояш көлә.
“Атайҙан күргән – уҡ юнған” тигән мәҡәл бар. Ришат Мифтахов та эшһөйәр, тырыш нәҫелде дауам итеүсе булып тора. Атаһы Рафаил ағай ғүмере буйы колхозда агроном, артабан фермер булып оҙаҡ йылдар эшләне. Хәҙер инде уның ер эшен кесе йәштән күреп, бергә ярҙамлашҡан тырыш улдарының дауам итеүе ҡыуаныслы. Мифтаховтар үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла эш менән тәьмин итеп, уңышҡа өлгәшә. Ришат Мифтахов етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығы бөтә эштәрҙе лә яйға һалып, етди аҙымдар менән алға бара. Әле игенселәр яҙғы көндөң йылды туйҙырыуын аңлап, бар көстәренә, еңде һыҙғанып тырыша.
Эште дөрөҫ һәм ваҡытында башҡарыу киләсәк уңыштың нигеҙе булып тора. Фермер хужалығының яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сығыуына ышаныс ҙур.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.