Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡормаев»та эштәр гөрләй

Түбәнге Төкөн ауылында урынлашҡан “Ҡормаев” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре яҙғы сәсеү эштәрен тулыһынса башлауға әҙер.

«Ҡормаев»та эштәр гөрләй
«Ҡормаев»та эштәр гөрләй

Тышта саф һауа, йылы, урамдарҙан гөрләүектәр аға, ер асыла, тимәк тиҙҙән ауыл хужалыҡтары өсөн мөһим осор – яҙғы сәсеү эштәре башлана.

Түбәнге Төкөн ауылында урынлашҡан “Ҡормаев” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре яҙғы сәсеү эштәрен тулыһынса башлауға әҙер. Улар техника-агрегаттарҙы ремонтлау, уны әҙерлек һыҙығына ҡуйыу эшен тамамлаған да инде. Эшсәндәр яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу техника торошона туранан-тура бәйле икәнен яҡшы аңлай. Уның төҙөклөгөн хәстәрләү буйынса хужалыҡ алдан уҡ сара күргән. Көҙгө урып йыйыу эштәре тамамланғас та, техниканы машина-трактор оҫтаханаһына ҡуйғандар.

- Бөгөнгө көндә йәмғиәттәге барлыҡ техникаға ла төҙәтеү эштәре үткәрелгән. Көҙҙән үк трактор һәм ауыл хжалығы машиналарын ремонтлау эшенә тотондоҡ. Бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылды. Кәрәкле алмаш частарҙы һәм ремонт материалдарын алдан хәстәрләп ваҡытында алып ҡайттыҡ. Ремонт эштәрендә Илнур Әлмөхәмәтов, Вәғиз Бикташев, Илмир Хөсәйенов, Фәнис Сурбаев, Фәтих Үтәков, Нәзим Сурбаев, Линур Ишемғолов, Айнур Байғусҡаров, Илмир Аманов, Ғафар Вәхитов, Азат Бикҡужин һәм Фаил Ҡарамурзиндар техниканы ваҡытында ремонтлап, алғы һыҙыҡҡа теҙеп ҡуйҙылар. Эшсе ҡулдар етмәүгә бәйле проблема беҙҙә юҡ, хеҙмәтсәндәр етерлек, егеттәр тырышып эшләйҙәр, үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара. Техниканы ремонтлау эше менән бер рәттән улар фермала ла ең һыҙғанып тир түгә. Малға аҙыҡ ташыйҙар. Шуға күрә улар кәрәк саҡта малсы ла, тракторсы ла, водитель дә булып, ҡушылған бер эштән дә баш тартмай һәм һынатмай эшләйҙәр,- ти йәмғиәт идарасыһы Рәмил Рәшит улы Әминев.

Хеҙмәткәрҙәр яҙғы сәсеү эштәрен яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. 3200 гектар ерҙә бойҙай, арпа, кукуруз, көнбағыш сәселә. Быйыл эксперименталь рәүештә етен, яҫы борсаҡ сәсергә ниәтләйҙәр. Әкренләп деградацияланған ерҙәрҙе сәсеүгә тотоналар. Хужалыҡта сабынлыҡтар һәм деградацияланған ерҙәр менән бергә бөтәһе дүрт меңгә яҡын гектар ер иҫәпләнә.

- Малды ҡышлатыуға ла зарланырлыҡ түгел. Яҙ сыҡҡансы аҙыҡ етерлек кимәлдә. Хужалыҡта 220 баш эре мал иҫәпләнә. Һыйырҙар быҙаулай башланы. Һауынсыларыбыҙ ҙа, малсыларыбыҙ ҙа тырышып эшләй. Малсылар Флүр Бикҡужин, Илдус Хөсәйенов, Зәбир Бикташев һәм Максим Шарко үҙ эшен белеп, ваҡытында башҡара. Һауынсыларыбыҙ – Фәниә Ҡаһирова, Әлиә Хөсәйенова, Гүзәл Аманова, Тәскирә Әлмөхәмәтова, быҙау ҡараусы Таңһылыу Хөсәйенова һәм осеменатор Ульяна Ивановалар үҙ эштәренә һәр саҡ яуаплы ҡарай, - ти Рәмил Рәшит улы.

Иген һаҡлау келәтендә лә эштәр көйлө бара. Хеҙмәткәрҙәр Илнур Ишемғолов менән Илнар Аманов игенде тейәп оҙатыу өсөн әҙерләү менән мәшғүлдәр. Йәмғиәттең киләсәккә пландары ҙур. Хужалыҡ яңы ферманы төҙөп бөтөрөргә һәм декабрь айында дүрт йөҙләп баш голштейн тоҡомло һыйыр алып ҡайтырға планлаштыра. Шулай уҡ сыр эшләү цехы бинаһында ла төҙөлөш эштәре тамамланған. Әлегә эске ваҡ-төйәк эштәре ҡалған. Йәмғиәттәге барлыҡ техниканы һаҡлау өсөн ҙур ангар төҙөләсәк. Тырышлыҡ булһа, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйылһа – барыһына ла ирешеп була. «Ҡормаев» йәмғиәте киләсәктә лә уңышлы үҫешер, тип ышанабыҙ.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: