Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Район иң яҡшылар рәтендә

Ҡырмыҫҡалы районы лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында иң яҡшы муниципаль берәмек” исемен яуланы.

Район иң яҡшылар рәтендә
Район иң яҡшылар рәтендә

Район иң яҡшылар рәтендә

Ҡырмыҫҡалы районы лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында иң яҡшы муниципаль берәмек” исемен яуланы.

Был ҡаҙаныш тулы кимәлдә районыбыҙ ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең барыһының да тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Ысынлап та, беҙ ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек һәм күмәк көс менән был юғарылыҡты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Агросәнәғәт өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергән аграрийҙарға тағы бер тапҡыр оло рәхмәт белдерәм һәм уларҙың эштәрендә уңыштар, яҡшы һауа торошо һәм барыбыҙға ла тыныс күк йөҙө теләйем, - тигән тәьҫораттары менән бүлешә район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров үҙенең социаль селтәрҙәге битләүендә.

Беҙ ҙә ошо изге теләктәргә ҡушылабыҙ. Ошондай мәртәбәле исемде тағы ла оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалырға яҙһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: