Аграрийҙар өсөн семинар уҙҙы
Ошо көндәрҙә районда “Уңыш” хужалығы базаһында “Агрохим-Гарант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошторған “Башҡортостан Республикаһының Урал алды дала зонаһы шарттарында BASF, LIDEA компаниялары етештергән яҙғы рапс һәм көнбағыштың юғары уңыш биреүсе гибридтары” тип аталған семинар уҙҙы.
Семинарға республиканың төрлө төбәктәренән 60-лаған ауыл хужалығы белгестәре йыйылды. Пленар өлөштә ҡунаҡтарҙы “Агрохим-Гарант” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Исхаҡов сәләмләне. Сарала ҡатнашыусылар төрлө презентациялар ҡарап, бихисап сығыш яһаусыларҙы тыңлап, бик күп файҙалы мәғлүмәткә эйә булды. Артабан барыһы ла “Уңыш” хужалығы баҫыуҙарына юлланды. Унда улар яҙғы рапс һәм көнбағыштың юғары уңыш биреүсе гибридтарҙың үҫешен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты һәм фекерҙәре менән бүлеште.
- “Агрохим-Гарант” йәмғиәте 14 йыл буйына орлоҡ һәм үҫентеләрҙе һаҡлау саралары менән бик күп хужалыҡтарҙы тәьмин итеү эшен алып бара. Ойошмабыҙ Өфө районының Булгаков ауылында урынлашһа ла, республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең компания хужалыҡтарға агрономлыҡ эштәре буйынса ярҙам итә һәм баҫыуҙарҙы механик ысул менән эшкәртеү хеҙмәттәре күрһәтә.
Йәмғиәтебеҙ йыл һайын Башҡортостанда Баҫыу көндәре уҙғарып тора. Ҡырмыҫҡалы районында уҙған быйылғы сара ла уңышлы үтте, ҡунаҡтарыбыҙ бик күп кәрәкле мәғлүмәт тупланы, - тигән аңлатма бирҙе “Агрохим-Гарант” йәмғиәтенең һатыу буйынса менеджеры Азамат Әминев.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.