Әлеге көндәрҙә үләндең иң өлгөргән сағында хужалыҡтарҙа эш ҡайнай. Ауыл эшсәндәре уны ваҡытында әҙерләү мөһим икәнен һәм йәй айының бер көнө йылды туйҙырғанын яҡшы аңлап, етерлек аҙыҡ запасын тупларға тырыша. Был юҫыҡта “Уңыш” һәм “Артемида” йәмғиәттәре “йәшел ураҡ”ты тәүгеләрҙән булып башланылар. “Уңыш” хужалығында бесәнгә төшһәләр, “Артемида”ла сенаж әҙерләү эштәре менән мәшғүлдәр.
Беҙ “Уңыш” йәмғиәтенә ҡараған Иҫке Муса бүлексәһенең Варшавка ауылы эргәһендәге баҫыуына барғас, уның бер осонан икенсеһенә ҡеүәтле техникалар йөрөгәне күренде.
- Был 60 гектар козлятник үләне сәселгән баҫыуҙа өс механизатор бесән әҙерләү менән мәшғүл. Артур Хәмиҙуллин агрегаты менән сабылған үләнде әйләндерһә, Йәмил Сәйетҡолов һәм Василий Петров преслау эштәрен башҡара. Тейәгестә Илшат Иштуғанов эшләй. Вениамин Иванов үләнде сапҡан. Көнөнә 180 тирәһе рулон сыға. Техника тик тормаһын өсөн башҡа бүлексәләрҙә лә алмашлап эшләнелә. Мәҫәлән, тәүҙә эш Ҡырмыҫҡалы бүлексәһендә башланһа, артабан башҡа баҫыуҙарға күсә. Ваҡытты бушҡа әрәм итмәҫ, техникалар тик тормаһын өсөн шулай эшләнелә. Шулай уҡ 72 гектар тирәһе ерҙәге костер үләнен Олег Сольев үҙенең шәхси сапҡыс агрегатында саба. Егеттәрҙең барыһы ла намыҫ менән эштәрен башҡаралар. Улар мал продукцияһын әҙерләү өсөн алһыҙ-ялһыҙ тырыша. Йәй ғүмере ҡыҫҡа, һауа торошо булышлыҡ иткәндә бесәнде һутлы сағында дөйөм тырышлыҡ менән эште атҡарып сығырбыҙ, - ти бүлексә бригадиры Миҙхәт Насиров.
Әйткәндәй, Йәмил Сәйетҡолов, Илшат Иштуғанов һәм Василий Петров оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында хеҙмәт итәләр, ә Артур Хәмиҙуллин - Өфө тимер юлы колледжы студенты. Артур 4-се курс алдынан бында йәйге осорҙа эшкә килгән. Бөтөнләй башҡа өлкәне һайлаған тырыш егет эшенән бик ҡәнәғәт. Көндө төнгә ялғап хеҙмәт иткән механизаторҙарҙың тырышлығын баһалап бөткөһөҙ. Эйе, бында эшләйем тигән кешегә хеҙмәт итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған: техника ла шәп, эш хаҡы ла ваҡытында түләнә. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһендә маҡсатты атҡарып сығырҙарына шик юҡ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.