Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарабойҙай (гречка) бәлеше

Күбегеҙ: «Бындай бәлеш буламы ни?» – тиер. Була икән шул.

Ҡарабойҙай (гречка) бәлеше
Ҡарабойҙай (гречка) бәлеше

Күбегеҙ: «Бындай бәлеш буламы ни?» – тиер. Була икән шул. Ярмаһын-майын йәлләмәһәң, шундай тәмле булып сыға ул!

✅ Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа, аҡ май, кефир, бер аҙ сода, тоҙ, он. Бер ҙур, ике кесерәк йәйем кәрәк буласаҡ.

✅ Эслек өсөн: 1,5 кг ҡарабойҙай ярмаһы, 3 литр һыу, 200 г аҡ май, 1 аш ҡашығы тоҙ, шәкәр ҡомо (күберәк тә ярай).

Эш барышы: ҡарабойҙайҙы таҙартырға, йыуып, тоҙ, ак май һалынған һыуҙа бешерергә. Әҙер булғас, 50 г шәкәр ҡомо һибеп, болғатырға. Табаны майларға. Ҡамыр әҙерләргә, йәйергә. Ҙур йәйемде табаға ҡуйырға һәм өҫтөнә ҡарабойҙай һалырға. Май, шәкәр ҡомо өҫтәргә. Шунан икенсе йәйем менән өҫтөн ҡапларға, биҙәкләп, бәлеш формаһына килтерергә. Духовкаға оҙатабыҙ. Әҙер бәлеш өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: