Кәрәк: уртаса ҙурлыҡтағы 1 балыҡ, бер аҙ һуған ҡабығы, 5 аш ҡашығы тоҙ (өймәйенсә генә), 1 литр һыу.
Һуған ҡабығын йыуып, бер аҙ ғына һыуҙа тотабыҙ. Шуға тоҙ һалып, утҡа ҡуябыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас, скумбрияны һалабыҙ һәм теп-теүәл 3 минут бешерәбез (балыҡ уртасанан ҙурыраҡ булһа – бер аҙ ғына оҙағыраҡ тотабыҙ).
Балыҡты һыуҙан алып, тишекле сүмескә һалабыҙ. Тоҙлолоғо һарҡып бөткәәс табынға ҡуйыу өсөн әҙер тигән һүҙ.