Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нисә көнлөк себеш алырға?

Нисек һайларға? Себештәрҙе нисек үҫтерергә?

Нисә көнлөк себеш алырға?
Нисә көнлөк себеш алырға?


25 көнлөк себеште алып үҫтереүе отошлораҡ. Беренсе 7 көндә себештәр ҡырылырға мөмкин. Был инкубацион брак. Әгәр ҙә 3% артмаһа, норма. Ә 25 көнлөктәрҙең инде сирлеһе ҡырылған, тейешле дарыуҙар һәм витаминдар эсертелгән була.

Нисек һайларға?
Ҡаурыйҙары ялтырап тора, томшоғо һәм тәпәйҙәре аҡһыл-һарғылт. Кешеләр һап-һары тәпәйлегә ҡыҙыға. Ләкин был күрһәткес түгел. Күтәреп ҡарағанда, себештең ауырлығы беленергә тейеш. Кәүҙәһе кес кенә булһа ла, ауыр булһын. Һүлпән булмаһындар, күҙҙәре емелдәп торһон.

Себештәрҙе нисек үҫтерергә?
Себештәргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, аҫтарының ҡоро булыуы кәрәк. Бесән, бысҡы сүбенә ҡарағанда, юнысҡыла үҫтереүе һәйбәтерәк. Ул тиҙ дымланмай. Беренсе аҙнала йылылыҡ иҙәндә 33 градус булырға тейеш. Шунан әҙ-әҙләп кәметә бараһың. Бер айлыҡ себештәр өсөн йылылыҡ 23 градус булырға тейеш. Яҡтылыҡ ул тиклем үк мөһим түгел, ләкин яҡты ваҡыт оҙонораҡ буһа, себештәр тиҙерәк үҫә.
Себештәр өсөн иң ҡурҡынысы – үтәләй ел һәм астарының йеүеш булыуы. Тиҙерәк үҫһендәр өсөн, урындың да ҙур булмағаны кәрәк.

Автор:
Читайте нас: