Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СИЛӘКЛӘП ПОМИДОР УҢЫШЫ АЛЫУ ӨСӨН 4 КӘҢӘШ

Уның шулай уҡ помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлай торған үҙенсәлеге лә бар.

СИЛӘКЛӘП ПОМИДОР УҢЫШЫ АЛЫУ ӨСӨН 4 КӘҢӘШ
СИЛӘКЛӘП ПОМИДОР УҢЫШЫ АЛЫУ ӨСӨН 4 КӘҢӘШ

1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырға 2-3 көн ҡала үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын киҫегеҙ.
2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалыу мөһим.
3. Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡанда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыуға 5 гр иҫәбенән).
4. Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫеше өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыҙ. Шуны һипкәндән һуң помидорҙар эрерәк булыр.

 Онотмағыҙ: йодтың шулай уҡ помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлай торған үҙенсәлеге лә бар. Бының өсөн бары бер-нисә тамсы йод һәм 250 гр һөт кәрәк. Шуларҙы 1 литр һыу менән ҡушып болғатығыҙ һәм помидорҙарға һибегеҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: