Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ПЕТУНИЯ ҮҪТЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ

Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһағыҙ ине.

ПЕТУНИЯ ҮҪТЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ
ПЕТУНИЯ ҮҪТЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ


Баҡсаларҙа күҙҙең яуын алып төрлө төҫтәге петуниялар иртә сәскә атһын өсөн уңған баҡсасылар уны февралдә үк ултырта. Был сәскәне үҫтереүҙең төрлө ысулдары бар. Кемдер уны тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып сәсһә, икенселәре ваҡ орлоҡтарын бөртөкләп ултырта. Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһағыҙ ине.

Петунияның орлоғо ваҡ, уны тупраҡ өҫтөнә генә һибәләр, һыуҙы пульверизаторҙан бөркәләр. Иң яҡшыһы – тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто һалып сығыу. Һуңынан пакет йәки быяла менән ҡаплап, йылы, яҡты урынға ҡуйырға кәрәк. Орлоҡтар тигеҙ шытып сыҡһын өсөн +23-26 градус йылылыҡ кәрәк. Петуния майҙа сәскә ата башлаһын өсөн уны февраль башында сәсәләр. Үҫентегә 12-14 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк, өҫтәмә яҡтыртмайса үҫтереп булмай. Ике аҙна һайын төрлө ашламалар менән туҡландырып тороу талап ителә. Ике-өс япрағы күренгәс, айырым һауыттарға күсереп ултыртыла.

Тупраҡ һатып алғанда һәр саҡ уның һаҡланыу ваҡытын тикшерегеҙ. Мөмкинлек булһа, күгәргәнме-юҡмы икәнлеген дә ҡарағыҙ.
Ҡатнашманың әселеген,"pH"ын тикшереп ҡарағыҙ. Ул 6,5-6,7 күләмендә булырға тейеш. Әҙерәк булған осраҡта, тупраҡҡа эзбиз ҡушырға тура киләсәк. Ҡушылмалағы азот, калий һәм фосфор күләмен ҡарағыҙ. Улар 300 мг/л-ан артырға тейеш түгел.

Тупраҡ сифатлы компоненттарҙан торорға тейеш. Унда мотлаҡ кәҫ, торф, ҡом, ағас онтағы, кокос сүсе (волокна), эзбиз булыуы шарт. Өҫкө ҡатламдағы торф әҙерәк булырға тейеш. Юғиһә тупраҡ самаһыҙ әсе килеп сыға. Тупраҡ ҡатнашмаһы йомшаҡ булһын. Уның иң эре компоненты ла өс-дүрт миллиметрҙан үтергә тейеш түгел. Тупраҡ йәбешеп тора икән, ул сифатлы түгел: үрсетмәләрегеҙ насар үҫәсәк.

Шулай ҙа уңған баҡсасыларҙың бер кәңәшен онотмағыҙ: һәр саҡ орлоҡто тупраҡҡа төртөр алдынан изге күңел, уңышты мул алам тигән яҡты хыялдар менән сәсегеҙ, ул сағында сәскәләрегеҙ балҡып ултырыр, йәшелсәләрегеҙ мул уңыш бирер!

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: