Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аграрийҙарға ял итергә ваҡыт юҡ

Семинарҙың тәүге өлөшөндә Олокүл ауылындағы “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡалы филиалы белгестәре техниканы һаҡлау буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Артабан ҡунаҡтар “Кировец-Өфө” дилер үҙәге эше менән  яҡындан таныштылар.

Аграрийҙарға ял итергә ваҡыт юҡ
Аграрийҙарға ял итергә ваҡыт юҡ

Аграрийҙарға ял итергә ваҡыт юҡ

Районда “2022-2023 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осоронда ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау һәм ремонтлау, йәрәхәтләнеү һәм хеҙмәтте һаҡлау” темалары буйынса республика семинар-кәңәшмә уҙҙы. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, уның урынбаҫары Павел Иофинов, "Гостехнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, ауыл хужалығы тауары етештереүселәр һәм республиканың барлыҡ райондары вәкилдәре ҡатнашты.  

Семинарҙың тәүге өлөшөндә Олокүл ауылындағы “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡалы филиалы белгестәре техниканы һаҡлау буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Артабан ҡунаҡтар “Кировец-Өфө” дилер үҙәге эше менән  яҡындан таныштылар.

Сараның икенсе өлөшө Ҡабаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында министр үткән ауыл хужалығы миҙгеленә йомғаҡ яһап, киләһе йылға бурыстар ҡуйҙы һәм киләсәктә завод етәкселегенең фермерҙар менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҙур баҫым яһаны.

- Уңыш йыйыу миҙгеле тамамланды тиергә лә була. Быйылғы уңыш ысын мәғәнәһендә уңышлы булды. Республика буйынса 5 млн. тонна иген йыйып алдыҡ. Әммә аграрийҙарға ял итергә ваҡыт юҡ. Улар киләһе йылға әҙерлек эштәрен башланы. Йыл да беҙгә техниканы яңыртып торорға кәрәк. Шул саҡта ғына ҡатмарлы климат шарттарында ла бирешмәйәсәкбеҙ. Тәбиғәт беҙгә уңыш үҫтереү, уны йыйып алыу өсөн бик аҙ ғына көндәр бирә. Һауа торошоноң ниндәй булыуын бер ҡасан да алдан күҙаллап булмай. Шуға күрә беҙ һәр саҡ әҙер булырға бурыслыбыҙ, - тине Илшат Илдус улы һәм иң алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләп үтте. Был көндө “Үҙәк” МТС-ының генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Баһауетдинов лайыҡлы рәүештә БР ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

Әлфир Фәрхәт улы үҙенең сығышында район буйынса уңыш йыйыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

- Ҡырмыҫҡалы ере үҙенең уңдырышлы тупрағы менән дан тота. Район хеҙмәтсәндәре быны һәр саҡ файҙалы ҡулланырға тырыша. Уңыш үҫтереү өсөн насар һауа торошо булған йылдарҙа ла беҙҙең район хужалыҡтары тик яҡшы һөҙөмтәләр генә күрһәтә килә. 2021 йылғы ауыр тәбиғәт шарттарында ла беҙҙекеләр бирешмәне. Быйыл район аграрийҙары иген культураларынан бығаса булмаған уңыш кимәле менән ҡыуандырҙы. Барлығы 180 мең тонна иген йыйып алынды. Уртаса уңдырыршлылҡ 41,7% тәшкил итте. Бөгөнгө көндә йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн урындар проблемаһын хәл итергә тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта көнбағышты йыйып алыу эштәре тамамланыуға табан бара. Был өлкәлә лә уңыш байтаҡ. Эштәр һәр саҡ алға барһын өсөн техника менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Быйыл беҙҙең машина-трактор паркы 65 берәмеккә артты. Уның өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. Әлбиттә, күп осраҡта техника заем аҡсаларына алына. Әммә Гәрәев, Мифтахов, Алдаҡаев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙҙәренә кәрәкле техниканы үҙ аҡсаларына ала, - тине ул.

Кәңәшмә барышында сығыш яһаусылар ауыл хужалығы техникаһының торошо, уны ремонтлау өсөн алмаш частәр табыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлде. Иң һуңынан техника менән эш итеүселәр өсөн иң мөһим булған йәрәхәтләнеү һәм хеҙмәтте яҡлау проблемалары буйынса сығыштар яңғыраны. 

Ысынла та, һәр сығышта тиерлек әйтелгәнсә, аграрийҙарҙың ял итергә ваҡыты юҡ тиерлек, сөнки быйылғы баҫыу эштәре миҙгеле тамамланыу менән шунда уҡ икенсе йылға әҙерлек эштәре башлана. Киләһе йылда ла һауа торошо ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен ҡыуандырып, уларға быйылғы кеүек мул уңыш йылмайыр тип ышанабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: