Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Агросәнәғәт комплексы
6 Октябрь 2022, 12:30

“Уңыш рекордлы булды”

Бик күп йылдар инде районда уңышлы эшләп килгән “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уңыш йыйыу буйынса эштәр тамамланыуға табан бара. Был турала беҙгә хужалыҡтың баш агрономы Рөстәм Бикмәтов хәбәр итте.

“Уңыш рекордлы булды”
“Уңыш рекордлы булды”

“Уңыш рекордлы булды”
Бик күп йылдар инде районда уңышлы эшләп килгән “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уңыш йыйыу буйынса эштәр тамамланыуға табан бара. Был турала беҙгә хужалыҡтың баш агрономы Рөстәм Бикмәтов хәбәр итте.
- Әлеге көндә комбайнерҙарыбыҙ көнбағыш баҫыуҙарында. Үҙебеҙҙең иген культураларын йыйып бөткәс, башҡа хужалыҡтарға ла ярҙам иттек һәм бына бер нисә комбайныбыҙға әҙерәк ремонт эштәре талап ителде. Быйылғы йыл уңышлы булды. Ужым культураларынан мул уңыш алдыҡ. Гектарынан 70 центнер сыҡты. Көнбағыштың уңышы былтырғы кеүек, гектарынан уртаса 22 центнер уңыш йыябыҙ әлегә. Шишмә районына 16 машина көнбағыш оҙаттыҡ. Тик быйыл барлыҡ культураларға ла хаҡтар төштө. Мәҫәлән, былтыр көнбағышты 40 һум менән тапшырһаҡ, быйыл 20 һумға ҡалды. Иген менән дә шул уҡ хәл: былтыр 16-17 һумға һатһаҡ, быйыл ул 8 һум ғына. Шуныһы ҡыуаныслы: иген буйынса быйыл уңыш рекордлы булды. Гектарынан 70 центнер уңыш алыу был турала үҙе үк күпте һөйләй. Бындайҙы үҙебеҙҙең яҡтарҙа күргән юҡ ине әле ошоға тиклем. Хатта, Краснодар крайы кимәленә тиңләштек тиергә була. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең барыһы ла тырышып эшләй, - тип ҡаршы алды беҙҙе баш агроном.
Иң яҡшы комбайнсыларҙың береһе Вилмир Бикмәтов менән дә танышыу форсаты тейҙе. Беҙ барғанда ул үҙенең баҫыу карабын көйләп йөрөй ине.
- Мин комбайнда һигеҙенсе кластан алып эшләйем, ә был хужалыҡта етенсе йыл хеҙмәт итәм. Ғүмер буйы тик комбайн һәм тракторҙа ғына эшләргә тура килде. Атайым да ғүмер буйы тракторсы һәм комбайнсы булды. Ҡалаға барып бер аҙ эшләп ҡарағайным, оҡшатманым, кире ҡайттым. Ауыл тормошон үҙ итәм, шуға ла ғаиләбеҙ менән үҙебеҙҙең тыуған төйәктә төпләндек. Ҡатыным Фәриҙә урман хужалығында эшләй. Эльнар улыбыҙ Өфөлә авиация буйынса һөнәр алырға ҡарар итте. Илүзә ҡыҙыбыҙ унынсы класта белем ала. Бында эшләү миңә бик оҡшай. Эшселәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Боҙаяҙ һәм шулай уҡ башҡа ауылдарҙан беҙҙе эшкә автобус йөрөтә. Шулай уҡ бында хеҙмәткәрҙәрҙе ике тапҡыр йылы аш менән һыйлайҙар. Хеҙмәт хаҡы бик яҡшы һәм ваҡытында түләнә. Эш кейемдәре менән дә тәьмин итәләр. Шуға күрә беҙгә тик тырышып эшләргә генә ҡала, - тип таныштырҙы Вилмир Бикмәтов үҙенең яратҡан эше тураһында һәм тиҙерәк комбайны янына ашыҡты.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең еңел булмаған хеҙмәтендә тик уңыштар юлдаш булһын, һауа торошо ҡамасау булмаһын һәм уңыштары һәр саҡ мул булһын!
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотоһы

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: