Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Комбайндар иңләй баҫыуҙарҙы

Шөкөр, әлегә көндәр аяҙ һәм эҫе тора. Шуға күрә аграрийҙар алдында ошо мәлде файҙаланып, тиҙерәк һәм юғалтыуһыҙ ғына игенде һуғып алыу бурысы тора. Әле райондың барлыҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре бар көстәрен игенде урып-һуғыу эшенә йүнәлтте. Ураҡ эштәре менән яҡынданыраҡ танышырға тип, беҙ ҙә Иҫке Бәпес ауылы яҡтарына юл алдыҡ.

Комбайндар иңләй баҫыуҙарҙы
Комбайндар иңләй баҫыуҙарҙы

Комбайндар иңләй баҫыуҙарҙы

Әле генә йәп-йәшел булып күҙҙең яуын алып ятҡан иген баҫыуҙары ни аралалыр алтын төҫкә мансылырға ла өлгөрҙө һәм ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн яуаплы һәм ҡыҙыу ваҡыт – үҫтергән уңышты урып-йыйыу осоро башланды. Халҡыбыҙ август айын юҡҡа ғына “урағай” тип йөрөтмәй шул.  

Шөкөр, әлегә көндәр аяҙ һәм эҫе тора. Шуға күрә аграрийҙар алдында ошо мәлде файҙаланып, тиҙерәк һәм юғалтыуһыҙ ғына игенде һуғып алыу бурысы тора. Әле райондың барлыҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре бар көстәрен игенде урып-һуғыу эшенә йүнәлтте. Ураҡ эштәре менән яҡынданыраҡ танышырға тип, беҙ ҙә Иҫке Бәпес ауылы яҡтарына юл алдыҡ.

- Комбайныбыҙ баҫыуҙа иген ура, юлда күрерһегеҙ, - тигән ине телефон аша крәҫтиән-фермер хужалығын етәксеһе Рәиф Хәлитов. Ысынлап та, киң баҫыуҙағы яңғыҙ комбайнды күргәс тә, шул яҡҡа ыңғайланыҡ. Техниканың да йәне бар тигәндәй, беҙ килгәндә, тимер ат бер аҙ көйһөҙләнеп тора ине. Уны комбайнсы менән тағы бер егет көйләп маташа. Беҙҙең ҡыуанысҡа Рәиф Рәжәп улы үҙе лә бында булып сыҡты:

- Әле урып-йыйыу эштәре башланып ҡына тора. Комбайныбыҙ 2001 йылғы, күпте күргән, күпте кисергән тигәндәй. Аллаһы Тәғәлә яҡшы һауа торошон да бирә, тик әле бына бер аҙға эште туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ. Быйыл минең хужалыҡта егерменсе тапҡыр сәсеү-урыу эштәре башҡарыла. 70 га майҙанда үҫтерелгән арыш сабып бөтөлгән, яҫмаларға һалынған, йыйып алырға ғына ҡалды. Эшләйһе эштәр байтаҡ: 170 га арпа, 60 га ужым бойҙайы баҫыуҙары көтә. Шөкөр, уңыш шәп быйыл, - тине ул эш барышы менән таныштырып.

Бөгөнгө көндә Рәиф Хәлитовтың хужалығында барлығы 5 кеше эшләй. Комбайнда иген игеүсе Виталий Шабалин фотоға төшөүҙән баш тартты. Хужалыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәре - Айрат Хөсәйенов, Ғайса Ноғоманов, Айҙар Хәсәнов складта иген таҙарталар. Хужалыҡ етәксеһенең улы Азамат Хәлитов машина менән иген ташый. Ул атаһының уң ҡулы, бар яҡлап уға ярҙам итә: кәрәк икән водитель дә, тракторсы ла, техника ремонтлаусы ла. Әле лә улар комбайнсы менән бергә 15-20 минут ваҡыт эсендә комбайнды көйләп тә ҡуйҙылар һәм ҡорос ат артабан баҫыуҙы иңләүен дауам итте. Ғөмүмән әйткәндә, бында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе төрлө эште башҡара, машинаһын ҡалдыра ла, тракторға ултыра.

- Гектарынан 40 ц иген алабыҙ әлеге көндә. Арыш быйыл шул хәтлем яҡшы үҫте, араһына кереп китһәң, аҙашырға мөмкин ине. Башаҡтары ла тос. Былтыр Әлшәй районынан барып алып ҡайтып, “Марусенька” тигән яңы сортлы арыш сәскәйнек. Әле шуның тәүге уңышын ҡулға алдыҡ. Хаҡтарға килгәндә, арпаның тоннаһы 14 мең һум, бойҙайҙыҡы 15 мең һум тиҙәр. Арышты тоннаһын 13 мең һум менән һатам. Уңышты йыйып алғас, пай ерҙәре өсөн иген таратып бирәсәкбеҙ, - тип тамамланы һүҙен хужалыҡ етәксеһе.

Иген игеүселәрҙең барыһына ла эштәре уң, уңыштары мул булыуын, көндәрҙең йылы һәм аяҙ булыуын теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: