Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла ҡәнәғәт

Ошо көндәрҙә Түбәнге Төкөн ауылында уңышлы ғына эшләп килгән “Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужалығына һуғылып, уларҙың эштәренең нисек барыуы тураһында белештек.

Барыһы ла ҡәнәғәт
Барыһы ла ҡәнәғәт

Ошо көндәрҙә Түбәнге Төкөн ауылында уңышлы ғына эшләп килгән “Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужалығына һуғылып, уларҙың эштәренең нисек барыуы тураһында белештек.

Беҙ килгәндә хужалыҡтың малдары көтөүҙә ине. Көтөүлекте күрһәтергә ихлас риза булған келәт мөдире Илнур Ишемғолов ҙур рәхмәтлебеҙ. Бына беҙ елдертеп малдар янына ла килеп еттек. Бында, Штанкүл янындағы хозур тәбиғәт ҡосағында, һыйырҙар яйлап ҡына, рәхәтләнеп һутлы, йәшел үләндәрҙе телдәре менән ялмай ине. Малдар таралмаһын тип, уларҙың эргәләрендә йүгерә-атлай көтөүсе Зәбир Бикташев йөрөй.

Шулай уҡ көтөү янында ферма мөдире Сәғит Амановты ла осраттыҡ һәм ул беҙҙе малсыларҙың эше менән таныштырҙы:

- Әлеге көндә хужалыҡта таналар менән бергә 96 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Ең һыҙғанып өс һауынсыбыҙ – Гөлфиә Әлмөхәмәтова, Фәниә Ҡаһирова, Гүзәл Аманова хеҙмәт итә. Улар һыйырҙарҙы көнөнә ике тапҡыр һауа һәм тәүлегенә 400 литр һөт һауып ала. Әлеге ваҡытта 33 баш йәш быҙауҙарыбыҙ бар. Быҙау ҡараусы Таңһылыу Хөсәйенова ла көн-төн тип тормай һәр ваҡыт үҙенең малҡайҙары янына ашыға. Шулай итеп, улар дүртәүләшеп, ял иттерер өсөн бер-береһен алмаштыра-алмаштыра, тырышып хеҙмәт итәләр.  Шулай уҡ хужалыҡта 21 баш башмаҡ аҫырайбыҙ. Мал ҡараусыларыбыҙ – Зәбир Бикташев, Флүр Бикҡужин, Әмир Хөсәйеновтарҙың егәрлелеге арҡаһында малдарыбыҙ һәр саҡ бағыулы, улар ваҡытында ашатыла һәм эсерелә. Төнгөлөккә инде һыйырҙарҙы “электр көтөүсеһе” ҡарауыллай. Шөкөр, эшселәребеҙҙең барыһы ла тырышып хеҙмәт итә, айына ике тапҡыр ваҡытында эш хаҡы алып торалар. Бер ниндәй проблемаларыбыҙ юҡ, барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт, - тип һөйләне ул хужалыҡтағы эш барышы тураһында.

Артабан да бында эштәр уңышлы ғына барһын, малдары көр, һыйырҙарының ағы күп булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: