Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ"

“Табип кешене дауалаһа, ветеринар бөтә кешелекте дауалай”, - тигән бөйөк табип-физиолог Иван Павлов.

"Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ"
"Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ"

“Табип кешене дауалаһа, ветеринар бөтә кешелекте дауалай”, - тигән бөйөк табип-физиолог Иван Павлов. Ысынлап та, тәрәнерәк уйлап ҡараһаң, мал табиптарына эшләүе күпкә ауырыраҡ: хайуандың теле юҡ, ул кеше һымаҡ үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын әйтеп бирә алмай. Шуға күрә был һөнәр эйәләренә үҙ эшенең оҫтаһы булыу менән бергә һиҙгер булыу ҙа мотлаҡ. Районда мал-тыуарҙарыбыҙҙың именлеге һағында тороусы, үҙ эшен яратып башҡарыусы ветеринар табиптар байтаҡ. Шуларҙың береһе – Ҡамышлы ветеринар дауаханаһы мөдире, ветеринар табип Урал Рәхмәтуллин.

Ауырғазы районы Өсбәлеш ауылында тыуып үҫкән Урал Миңнулла  улы 1987 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында белем алғас, ветеринария өлкәһе буйынса хеҙмәтен Әлшәй районында башлай. 1995 йылда Өфө дәүләт аграр университетын тамамлаған юғары белемле, стажлы белгес 2012 йылда Ҡырмыҫҡалы районы ветеринария станцияһына эшкә килә. Бында бер аҙ ветеринар табип булып эшләгәс,  ул Ҡамышлы ветеринария дауаханаһына мөдир итеп күсерелә. Ҡамышлы ауыл советы биләмәһенә ҡараған бөтә ауылдарҙы, Ефремкин ауыл советы биләмәһенең (Алайғырҙан башҡа) барлыҡ ауылдарын һәм Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы биләмәһенә ҡараған Мөкәй ауылын хеҙмәтләндерә ул. Шулай уҡ Түбәнге Төкөндәге һыйыр фермаһы ла Урал Рәхмәтуллин ҡарамағында. Ярҙам кәрәк булған осраҡта Үрге Төкөндәге һарыҡ фермаһы хужалары ла уға мөрәжәғәт итә.

- Барлыҡ йорт хайуандарының һәм ҡош-ҡорттарҙың сәләмәтлеге өсөн беҙ яуап бирәбеҙ. Малдарға Себер язваһына, эмкар, ҡотороу сирҙәренә ҡаршы профилактик саралар үткәреп, прививкалар яһап торабыҙ. Һыйыр малынан ҡан алып, уларҙы туберкулез, лейкоз, бруцеллез ауырыуҙары буйынса тикшерәбеҙ, капрологик тишеренеүҙәр үткәрәбеҙ. Сусҡаларға тағун (чума) һәм сырхыуат (рожа) сирҙәренә ҡаршы профилактик саралар уҙғарыла. Аттарға чиптар ҡуйыу эше лә беҙҙең өҫтә. Эт-бесәйҙәрҙә төрлө йоғошло, кешегә зарарлы ауырыуҙар булмаһын өсөн профилактик саралар башҡарып, паразитҡа  ҡаршы дарыуҙар таратып бирәбеҙ. Шлай уҡ, хужаларҙың теләктәре буйынса эт-бесәйҙәргә лә чиптар ҡуябыҙ, - тип ҡыҫҡаса таныштырып үтте Урал Миңнулла улы үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенең ҡайһы берҙәре менән.

Эйе, эштәре еңелдән түгел уларҙың. Тиҙ ярҙам машинаһы кеүек, аҙнаның ниндәй көнөнә, тәүлектең ҡайһы ваҡытына ҡарамайынса, ҡайҙа саҡыралар, шунда барырыға тура килә ветеринар табиптарына.

- Урал Рәхмәтуллин Ҡамышлы ветринар дауаханаһында 2012 йылдан алып эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ошо ваҡыт эсендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Эшен ныҡ ярата һәм барлыҡ хеҙмәтте лә яуаплы башҡара. Урал Миңнулла улы барлығы 19 тораҡ пунктты һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығын хеҙмәтләндерә. 2021 йылдың күрһәткестәре буйынса, уның ҡарамағында – 2 723 баш мөгөҙлө эре мал, 279 ат, 3008 һарыҡ-кәзә, 111 сусҡа, 3660 ҡош-ҡорт, 367 эт, 460 бесәй һәм шулай уҡ тиҫтәләгән бал ҡорто пакеттары. Дәүләт заданиеһын, күрһәтелгән планды ваҡытында үтәүе менән дә башҡаларға өлгө булып тора ул. Урал Миңнулла улы һәр кеше менән уртаҡ тел таба белә, халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәт булдырған. Ал-ял белмәй, көн-төн тип тормай, һәр вызовҡа йөрөй. Ғөмүмән әйткәндә, кеше булараҡ та, белгес булараҡ та уны тик яҡшы һүҙҙәр менән генә телгә алып була, - ти мәҡәлә геройы хаҡында район ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ғаяз улы Ҡунаҡаев.

Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, үҙгәрештәр мәлендә көн итәбеҙ. Ваҡыт йәшәйешебеҙҙең һәр тармағына үҙ яңылыҡтарын индереп тора. Ветеринария өлкәһендә лә даими рәүештә яңынан-яңы закондар сыға, үҙгәрештәр була. Бигерәк тә, һуңғы йылдарҙа яҙыу-һыҙыу, бөтә булған мәғлүмәтте компьютерға теркәп барыу менән бәйле эштәр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашына әйләнде. Ветеринарҙарға ла был заман еле ҡағылмай ҡалманы, әлбиттә. Дөйөм эштәренән тыш хәҙер улар интернет селтәрендәге “Меркурий”, “РегАгро”, “Все звери” кеүек программаларға барлыҡ мәғлүмәтте теркәп барырға бурыслы. Был эшкә лә, күп ваҡыт сарыф итергә тура килә.

- Һәр бер һыйыр-быҙауға, һарыҡ-кәзәләргә бирка ҡуйғас, уларҙы шунда уҡ берҙәм базаға теркәп ҡуябыҙ һәм иҫәп алып барабыҙ. Шулай уҡ һәр малға ниндәй прививка эшләнелгән, ниндәй сирҙәр буйынса тикшерелгән тигән мәғлүмәттәр ҙә ошонда уҡ теркәлә. Был эштә тормош иптәшем Зифа Зиннур ҡыҙы Рәхмәтуллина алыштырғыһыҙ терәгем булып тора. Ул үҙе лә Кушнаренко ветеринар техникумында ветеринар-фельдшер һөнәренә уҡып сыҡты. Башҡа табиптарҙыҡы кеүек, беҙҙең эштә лә төрлө хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, Зифа менән икебеҙгә ике тапҡыр йәш таналарға “Кесарево сечение” яһарға тура килде. Операция 3-4 сәғәт дауам итте. Ике осраҡта ла, һыйыр ҙа, быҙау ҙа иҫән ҡалыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныслы, әлбиттә. Саҡыртыуҙарҙың береһенә лә ризаһыҙлыҡ белдереп, баш тартҡаныбыҙ юҡ. Кеше ярҙам һораған саҡта ярҙам итмәһәң, аҙаҡтан ул кешенең күҙенә нисек барып күренәһең? Бик ауыр осраҡтарҙа ҡатыным менән икәүләшеп бергә сығып китәбеҙ. Бергә эшләүе күпкә еңелерәк. Йәй көндәре, мал көтөүгә сыҡмаҫ элек тип, иртәнге сәғәт биш-алтыларҙа уҡ эшкә сығырға тура килә. Эш сәғәтебеҙ туғыҙынсы яртынан ғына башлана бит әле, тип ултырғаныбыҙ юҡ берҙә генә, сөнки малдар ҡурала саҡта, барлыҡ эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Зифа менән эшләүе бик уңайлы миңә, ярҙамға ситтән кеше эҙләп йөрөргә лә түгел, - ти тормош иптәше тураһында Урал Рәхмәтуллин.

- Эйе, бергә-бергә кәңәшләшеп эшләүе күпкә еңелерәк. Бер яҡтан, беҙҙең эш хәүефле лә. Малдарҙың да бит төрлөһө була. Ҡайһы малдар, хатта, стенаға һикерә. Хужалар уларҙың янына инергә лә ҡурҡа, ә беҙ инеп китәбеҙ, - тип ҡеүәтләй тормош иптәшенең һүҙҙәрен Зифа Зиннур ҡыҙы.   

 Бына шулай ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй мал йәнле Рәхмәтуллиндар. Ауыл халҡына ниндәй кәңәш-тәҡдимдәр әйтер инегеҙ тигән һорауға:

- Барлыҡ эштәрҙе, профилактик сараларҙы беҙ үҙебеҙ уйлап сығармайбыҙ. Барыһы ла белгестәрҙең малдарҙың именлеге һәм шулай уҡ халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса алдан уйланылған программаға ярашлы башҡарыла. Шуға күрә, мотлаҡ рәүештә малдарға бирка ҡуйҙырыу, даими ҡанын тикшертеп тороу, төрлө профилактик прививкалар эшләтеү һәм башҡа шуның кеүек эштәрҙе аңлап ҡабул итһендәр ине. Прививкаһыҙ, ҡанын тикшертмәйенсә көтөүгә сыҡҡан малдың берәй йоғошло сире булыуы ихтимал. Мәҫәлән, лейкоз сире. Бер кешенең бошмаҫлығы арҡаһында көтөүҙәге бар мал да сирләүе мөмкин. Сирләгән малды дауалауға ҡарағанда, алдан профилактик сара күреү күпкә отошлораҡ. Дауалап булмай торған сирҙәр булыуын да оноторға ярамай. Шуға күрә беҙгә халыҡтың ярҙамы кәрәк. Улар беҙ килгән саҡта өйҙә булырға тырышһындар ине тип тә әйткем килә. Шулай уҡ, ветеринар табиптың рөхсәтенән тыш сит өлкәләрҙән мал һатып алыу тыйыла. Мал, ҡош-ҡорт һатып алырға уйлаһалар, беҙгә хәбәр итһендәр, сөнки беҙ шул районға запрос ебәреп, кәрәкле мәғлүмәт алабыҙ. Был эштәр үҙебеҙҙең районда, үҙебеҙҙең участокта йоғошло сир булдырмау өсөн кәрәк. Иткә һата торған малды Ҡолош ауылындағы мал һуйыу цехында һуйырға кәрәклеге хаҡында ауыл халҡының барыһы ла күптән белә. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлаһаҡ, беҙҙең хужалыҡтар ҙа, малыбыҙ ҙа имен булыр, - тип яуап бирҙе Урал Миңнулла улы.

Беҙгә, үҙҙәрен намыҫлы хеҙмәткәрҙәр, үҙ һөнәренең оҫталары итеп танытҡан Рәхмәтуллиндар ғаиләһенә халыҡ мәнфәғәте өсөн артабан да шулай тырышып эшләүҙәрен теләргә генә ҡала.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: