Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙар өсөн кредит каникулдарын билдәләне

Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙар өсөн кредит каникулдары һәм льготалы кредит килешеүҙәре ваҡытын оҙайтыу тураһында ҡарарҙы раҫланы. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙар өсөн кредит каникулдарын билдәләне
Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙар өсөн кредит каникулдарын билдәләне

Ауыл хужалығы етештереүселәре 2022 йылда килешеү ваҡыты ғәмәлдән сыҡҡан льготалы инвестиция кредиттары буйынса түләүҙәрҙе ярты йылға кисектереү хоҡуғына эйә булды.

Һүҙ 2022 йылдың 1 мартынан 31 майына тиклемге осорға тура килгән түләүҙәр хаҡында бара. Банк кредит каникулдарын биреү тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итһә, аграрийҙарҙың ошондай түләүҙәрен алты айға кисектереүҙәре ихтимал.

Быйыл килешеү ваҡыты тамамланған ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы займдар өсөн кредит ваҡытын тағы бер йылға оҙайтыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Шулай итеп, ауыл хужалығы етештереүселәре айлыҡ түләүҙәр күләмен аҙайтырға һәм кредит йөкләмәһен кәметергә мөмкин.

Ҡайһы бер үҙгәрештәр льготалы кредитлау программаһында ҡатнашҡан банктарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Хәҙер бирелгән ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса субсидияланған ставка күләме Үҙәк банктың төп ставкаһынан 100% тиклем арттырылған. Элек был күрһәткес 80% тәшкил итә ине.

Үҙәк банк төп ставканы күтәреүгә ҡарамаҫтан, заемсылар өсөн льготалы ставка үҙгәрмәй – йылына 5% тиклем. Яңы кредит алыу шарттары ла шундай.

Аграрийҙар өсөн льготалы кредит программаһы 2017 йылда башланды. Уның ярҙамында ауыл хужалығы етештереүселәре үҫемлекселекте һәм малсылыҡты үҫтереү, шулай уҡ ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предприятиелары төҙөү, реконструкциялау йәки модернизациялау өсөн 5% тиклем ставка менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәки инвестициия кредиыт алыу мөмкинлегенә эйә. Льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит – бер, инвестиция кредиты 2 йылдан алып 15 йылға тиклем бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-03-04/pravitelstvo-rossii-ustanovilo-kreditnye-kanikuly-dlya-agrariev-2715055

Автор:Галина Бахшиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: