Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Агросәнәғәт комплексы
10 Февраль 2022, 14:39

“Алға табан барабыҙ”

Һәр ваҡыттағыса, мал аҙығы рационында төрлө витаминдар ҡулланабыҙ. Яһалма ҡасырыуҙың заманса ысулдары практикаһы менән эш итеп, һыйырҙарҙан тик орғасы быҙауҙар алыу эше яйға һалынған. Һыйыр малдарынан айына 120-180 быҙау алабыҙ.

“Алға табан барабыҙ”
“Алға табан барабыҙ”

Бик күп йылдар инде районда уңышлы эшләп килгән “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бөгөнгө көндә хәлдәре нисек, ниндәй яңылыҡтары бар икәне хаҡында белеп, шулай уҡ үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайтыр өсөн шул яҡтарға юл алдыҡ. Хужалыҡтың етәксеһе урынбаҫары Павел Викторович Пожидаев хәбәрселәрҙе ихлас ҡаршы алып, үҙҙәренең эш йомғаҡтары хаҡында һөйләп китте:
- Хужалыҡта эштәр гөрләй. Бына күптән түгел генә тағы бер яңы ангар төҙөп, уны ла 210 баш эре мал менән тултырып та ҡуйҙыҡ. Әле тағы бер 24х120 квадрат метрлы яңы корпус төҙөргә уйлайбыҙ. Ҡыш сығыр өсөн мал аҙығы ла етерлек. Хатта, артығыраҡ күренгәс, үҙебеҙгә тип әҙерләгән сенаждың бер өлөшөн һатып та ебәрҙек. Һәр ваҡыттағыса, мал аҙығы рационында төрлө витаминдар ҡулланабыҙ.
Яһалма ҡасырыуҙың заманса ысулдары практикаһы менән эш итеп, һыйырҙарҙан тик орғасы быҙауҙар алыу эше яйға һалынған. Һыйыр малдарынан айына 120-180 быҙау алабыҙ. Әлеге көндә хужалыҡта барлығы ике меңдән ашыу эре мал иҫәпләнә. Шуларҙың 817 башы һауын һыйыры. Маҡсатыбыҙ - был һанды 1040-ҡа еткерергә. Тәүлегенә бер һыйырҙан уртаса һауым 34,3 литр тәшкил итә. Бөгөнгө көндә хужалыҡта барлығы 12 һауынсы хеҙмәт итә. Улар 4 сменаға бүленеп эшләй. Бер сменала тәүлек әйләнәһенә 3 һауынсы дежурҙа. Һыйыр һауыу тәүлегенә 3 тапҡыр ойошторолған.
Хужалыҡта бөгөнгө көндә 64 кеше эш менән тәьмин ителгән. Эшселәрҙе яҡын-тирә ауылдарҙан үҙебеҙҙең машина менән йөрөтәбеҙ. Ғөмүмән әйткәндә, хужалығыбыҙ көндән-көн үҫешә, тырышабыҙ, алға табан барабыҙ, шуға күрә эшселәр һанын да бермә-бер арттырырбыҙ, тигән өмөттә йәшәйбеҙ. Шулай уҡ иткә мал үрсетеү эшен дә яйға һалып ебәрергә планлаштырабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА
Автор фотоһы

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: