Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарабойҙай етерлек, ә хаҡ арта...

Уңыш былтырғыға ҡарағанда күберәк - бер миллион тоннанан ашыу булған.

Ҡарабойҙай етерлек, ә хаҡ арта...
Ҡарабойҙай етерлек, ә хаҡ арта...

Илдең ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре бер миллион тоннанан ашыу ҡарабойҙай йыйып алған. Был былтырғы осор менән сағыштырғанда 66 мең тоннаға күберәк.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу былтырғы йыл кимәленән арта һәм эшкәртеү предприятиеларын тулыһынса тәьмин итәсәк.

Был культураны тулайым йыйыу 75 процент тирәһе тәшкил иткән алдынғы төбәктәр иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы ла бар. Беҙҙән тыш, Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре яҡшы уңыш йыйып алған. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙең 49 төбәгендә ҡарабойҙай эшкәртәләр. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә был культураны етештереү эске баҙар ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шулай итеп, быйыл Башҡортостанда, ҡоролоҡ булһа ла, ярайһы яҡшы ғына уңыш тупланған: 35 мең тонна ҡарабойҙай йыйып алынған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
 
 
 
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: