Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Улар - ауыл хужалығының таянысы

Күптән түгел районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләп үтте. Байрам айҡанлы муниципаль район хакимиәтендә эшмәкәрлектәрендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән бер төркөм ауыл хужалығы алдынғылары тәбрикләнде.

Улар - ауыл хужалығының таянысы
Улар - ауыл хужалығының таянысы

Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров агросәнәғәт комплексы эшсәндәрен ихлас ҡотлап, юғары наградалар тапшырҙы. Ҡырмыҫҡалы ветеринар станцияһының Прибельский ветеринар участкаһы мөдире Дамир Амекачев Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы “Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Дамир Нурулла улы 35 йыл ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған, хеҙмәткәрҙәре алдында ихтирамға ҡаҙанған кеше. “Атҡаҙанған хеҙмәткәр” исеме шулай уҡ "Башагропродсервис" йәмғиәте директоры Зөлфәр Яхинға тапшырылды. Зөлфәр Әхмәт улы был предприятиены күп йылдар инде етәкләй. Уның ҡарамағында - тиҫтәләгән берәмек ауыл хужалығы һәм башҡа техника. Район аграрийҙары менән берлектә улар ваҡытында сәсеү, культураларҙы тәрбиәләү һәм уңыш йыйыу эштәрен башҡаралар. “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы бригадиры Илдар Мусин Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙына эйә булды. Бындай бүләккә Илдар Хәмит улы агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙҙы мәртәбәле наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм район мәфәғәте хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Илһам ЗАРИПОВ.

Фото: муниципаль район хакимиәте

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: