Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп

Әле баҫыуҙарҙа урып йыйыу эштәренең ҡыҙған мәле, ер кешеһе өсөн яуаплы мәл. Ауыл эшсәндәренең хеҙмәте, әлбиттә, һауа торошона бәйле - улар аяҙ көндәрҙе файҙаланып, иртә таңдан эңер төшкәнсе урып-йыйыу эштәрен алып бара. “Э.Р.Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужалығы ерҙәрендә лә уңыш йыйыу тулы ҡеүәттә бара. Беҙ барғанда Түбәнге Төкөн ауылы баҫыуында МТС-тың бер комбайны ярҙамға килеп, урып йөрөһә, ауылдың ырҙын табағында эш гөрләп тора ине. Яңы ғына һуғылған иген бында ташылып, тауҙай өйөлгән. Уның тирәләй техника һәм кешеләр эшләй ине.

Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп
Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп

- Бесән әҙерләнеп бөткәндән һуң, баҫыу эштәренә тотондоҡ. Игендең мал аҙығы һәм киләһе йыл сәсер өсөн булған өлөшө елгәртелеп, таҙартылып, һаҡлауға һалына. Был яуаплы һәм ауыр эштә Данир Ишемғолов иген таҙартыу ҡоролмаһында булһа, Миңнур Ҡаһирова, Лилиә Намаҙғолова, Зәлиә Әлмөхәмәтова ҡул көсө - көрәктәр тотоп эшләйҙәр. Илнур Әлмөхәмәтов тракторҙа таҙартылған әҙер игенде келәт эсенә ташып тора. Ҡалған өлөш элеваторға оҙатылып, артабан һатыу өсөн ебәрелә. Хеҙмәтсәндәрҙең һәр береһе үҙ эштәрен белеп башҡара. Беҙҙең бригадала барлығы 1435 гектар ер бар, уның 30 гектарында һоло, 112 гектарында ярауай бойҙай, 234 гектарында арыш, 146 гектарында арпа, шулай уҡ ҡалған ерҙәр - мал аҙығы өсөн бесәнлек һәм парна ерҙәре. Бөртөклө культураларҙың уңышы гектарына 30 центнер тәшкил итә, - ти, - ти бригадир вазифаһын башҡарыусы Илнур Ишемғолов.
Ә хужалыҡтың управляющийы Рәмил Рәшит улы Әминевтың һүҙҙәре буйынса Илнур Мөхәмәт улы бар эштәрҙе контролдә тота, ул үҙе бер үк ваҡытта келәт һәм ферма мөдире эштәрен дә башҡара.
Ауыл эшсәндәренең һәр береһе һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өсөн бар көстәрөн һалып тырыша.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: