Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Улым менән иремдән сығып ҡастыҡ...”

"Ошо ваҡытта ниндәй хәлгә ҡалғанымды ныҡлап аңлай башланым. Иремдең һәр бағананан тиерлек көнләшеүе, һәр аҙымымды тиерлек күҙәтеүе, ирекһеҙләүе – барыһы ла тамам ялҡытты..."

“Улым менән иремдән сығып ҡастыҡ...”
“Улым менән иремдән сығып ҡастыҡ...”

“Барыһы ла бик яҡшы башланғайны. Танышҡан саҡта 18 йәш тә юҡ ине әле миңә. Тыуған көнөмә бер аҙна ваҡыт ҡалғас, мин, илебеҙҙең баш ҡалаһына белем алырға тип килгән ҡыҙ, үҙемдән ун өс йәшкә оло ир менән таныштым. Әллә күпмегә ҙурыраҡ булыуы ла туҡтатманы: ул миңә аҡыллы, көслө, иңемә төшкән бар ауырлыҡтарҙы хәл итерлек һәм үҙемде яҡларлыҡ кеше кеүек тойолдо. Үҙем атайһыҙ үҫкәнгәлер, Альбертҡа тиҙ өйрәндем. Хәҙер уйлайым да, булмаған атай һөйөүен унан эҙләгәнмендер, күрәһең.

Танышҡандан һуң оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, бергә йәшәргә тәҡдим итте Альберт. Мин ни, уға мөккиббән киткән кеше, ризалығымды биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ярты йыл арыу ғына торҙоҡ: ул үҙенең “статус”ын һаҡларға тырышты. Бик иртә шатланғанмын икән...

Бер аҙҙан Альберт “йәшһең әле, әйҙә, аҡсаны үҙем тотам", "аҙыҡ-түлекте икәү һатып алайыҡ", "был күлдәкте кейергә ярай, ә быныһын юҡ...” ти башланы. Ул ваҡытта иремдең был ҡылыҡтарына артыҡ иғтибар ҙа итмәй, хәстәрлек тип ҡабул итә инем.

Ә бер көндө балаға уҙғанымды аңланым. Тик иремә был хаҡта бер ҙә әйтке килмәй ине: ялҡҡайным уның даими эҙәрлекләүҙәренән. Шул ваҡыт үҙемдең яңғыҙ икәнлегемде аңланым: баҡтиһәң, әсәйем менән ныҡлап аралашмайым, кейәүгә сыҡҡас, әхирәттәрем менән дә күрешмәгәнмен икән. Шулай итеп, барыбер иң беренсе булып Альбертҡа әйтергә тура килде үҙем өсөн ҡыуаныслы яңылыҡты.

Бына ошо мәлдән алып туғыҙ ай буйы Альберттың даими күҙәтеүе аҫтында йәшәнем. Ә һуңғараҡ ул, ЗАГСҡа барып, никахыбыҙҙы минһеҙ теркәтеп тә ҡуйҙы.

Бала тыуғас, иң ҡурҡынысы башланды. Мин хәҙер уның даими контроле аҫтында инем. Нимә ашайым, кейәм, ҡайҙа барам, кемгә шылтыратам... Уның ризалығынан тыш бер нимә лә эшләй алманым, өҫтәүенә ҡул да күтәрә башланы. Бала бәләкәй булһа ла, эшкә сығырға ҡушты. Аҙаҡ иһә хеҙмәт урынындағы бар ир-егеттән дә мине көнләшә башланы. Ә эшем дә, ҡыҙыҡһыныуым да – бар нәмә лә – уға барыбер ине.

Ошо ваҡытта ниндәй хәлгә ҡалғанымды ныҡлап аңлай башланым. Иремдең һәр бағананан тиерлек көнләшеүе, һәр аҙымымды тиерлек күҙәтеүе, ирекһеҙләүе – барыһы ла тамам ялҡытты. Улым менән урамда саф һауала ла иркенләп йөрөй алмауым йөрәгемде бөтөрҙө. Хәҙер инде уның менән ҡалыуы ла, унан китеүе лә хәүефле ине. Тик ҡалып та булмай, әммә ҡапыл бәләкәй генә бала менән барырлыҡ урыным да юҡ ине...

Шулай итеп, иремдән бала менән ҡасыу планын ҡора, бының өсөн аҡса йыя, интернет аша элекке дуҫтарым менән дуҫлыҡ ептәрен тергеҙә башланым. Баҡтиһәң, башта уҡ уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең никахҡа ҡаршы булған икән. Тик мин, ул саҡта иремә мөкиббән ғашиҡ йән, бер нимә лә күрмәгәнмен дә, ишетмәгәнмен икән. Эх, йәш саҡ, иҫәр саҡ...

Бер көндө Альберт кискә тиклем икенсе ҡалаға сығып киткәйне. Был ваҡытта арыу ғына аҡса туплап өлгөргән инем. Таныш ҡыҙға шылтыраттым. Ул килгәс, тиҙ генә үҙемә һәм балама иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙыҡ, фатирҙа телефонды ҡалдырҙыҡ та сығып киттек.

Икенсе ҡалала бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алдыҡ. Шулай итеп, тыныс тормош башланды, улым да һаташмай ғына йоҡлай. Башта бер ай буйы әхирәтем беҙҙең менән бергә йәшәне. Иң ауыр минуттарымда ул һәр йәһәттән ярҙам итте. Аҙаҡ, ярты йыл үткәс, иремә хат яҙҙым, унда никахты тарҡатыу кәрәклеге хаҡында һораным, тик адресты яҙманым. Ярай әле, ул да беҙҙе эҙләп йөрөмәне. Судҡа ғариза биргәндән һуң ярты йыл үткәс, никахыбыҙ рәсми тарҡалды...

Үҙеңдең яҡындарыңдың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк икән: улар барыбер насарҙы кәңәш итмәҫ. Минән дә әсәйем менән яҡындарым Альбертҡа кейәүгә сыҡмауымды үтенгәйне. Ә мин ҡолаҡ та һалманым. Бының һөҙөмтәһе – емерелгән яҙмыштар...

(Радмила исемле ҡатындың һөйләгәндәренән). 

Фото: mvestnik.ru.

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: