Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Кәләшһеҙ тороп ҡалаһың бит!..”

“Ун йылдан ашыу вахта ысулы менән эшләйем. Шуға күп ваҡытым юлда үтә. Өфөгә атай-әсәйем эргәһенә ялға ҡайтам да тағы хеҙмәт урынына юлланам..."

“Кәләшһеҙ тороп ҡалаһың бит!..”
“Кәләшһеҙ тороп ҡалаһың бит!..”

Барыһы ла фатир һатып алыу маҡсатынан килеп сыҡҡайны. Ошо сәбәпле сит тарафтарға юлланғайным, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шөкөр, торлаҡ мәсьәләһен хәл иттем: ҡала үҙәгенән тиерлек ҙур, матур фатир һатып алдым. Хәҙер әсәйем: “Үҙебеҙҙә генә эшлә инде. Атайың менән беҙ йәш түгелбеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйгө килә. Ҡайт, улым, сит яҡта кәләште ҡайҙан табырһың? Буйҙаҡ йөрөп ҡалырһың тип ҡурҡам”, – тип йыш әйтә башланы.

Ысынлап та, тормошомдо үҙгәртергә ҡарар иттем. Гүзәл зат ошоға ҡәҙәр осрап торһа ла, күңелгә ятҡаны юҡ ине, үҙем өйләнергә тигән етди ниәт тә йөрөтмәнем. Әмәлгә ҡалғандай, был юлы вахтаға барғанда минән йәшерәк, төҫкә арыу ғына ҡыҙ менән бергә эшләргә тура килде. Шуға ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, уға үҙен оҡшатыуым хаҡында әйттем. Ул да, юҡ, тимәне.

Өфөгә икәүләшеп ҡайттыҡ. “Әсәй, уй-теләгең тормошҡа ашты. Был киленең Земфира була, – тип таныштырҙым. – Беҙ өйләнешергә ҡарар иттек!”

Бына шулай, әсәйемдең кәңәше, үҙемдең тәүәккәллегем менән ғаиләле булдым. Был ғәҙәти хәлде ниңә һөйләйһең, тиһегеҙме? Яңғыҙҙар белһен: оҙаҡ ваҡыт бер үҙең йөрөйһөң икән, бындай тормошҡа ла  күнегәһең икән. Ә яңғыҙлыҡ - ул тормош түгел. Әҙәм балаһы парлы итеп яратылған, үҙ тамырын дауам итергә бурыслы, шуға мәлендә башлы-күҙле булырға ынтылырға тейеш. Кире осраҡта үҙеңә лә, атай-әсәйеңә лә, яҡындарыңа ла бәхет килтерә алмайһың. Үҙемә килгәндә, тиҙҙән ғаиләбеҙ ишәйергә тора. Тимәк, шатлыҡ артасаҡ...”

(Өфө ҡалаһында йәшәгән Ринаттың һөйләгәндәренән).

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-07-27/k-l-sh-e-torop-ala-y-bit-2432972
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: