Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урау-урау юлдар аша...

Донъямды онотоп, Интернет селтәрен гиҙгәнемдә телефонымдың шылтырауыТулы текст сайтта: 

Урау-урау юлдар аша...
Урау-урау юлдар аша...

Донъямды онотоп, Интернет селтәрен гиҙгәнемдә телефонымдың шылтырауы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Әхирәтем икән. “Нимә менән шөғөлләнәһең? Әйҙә, балаларҙы алып, Графҡа барып ҡайтайыҡ”, – тине ул. Ҡыуанып риза булдым. Тиҙ арала йыйындыҡ та, тейәлешеп сығып та киттек. Донъя хәлдәре хаҡында һөйләшә-һөйләшә барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

 Абау! Күл буйында алма төшөр урын да юҡ.

– Кеше ял итә белә-ә-ә! – тип һуҙҙы Гөлнур. Әйтерһең дә, үҙе таш тумырырға килгән. Уңайлы урын һайлап алғас,  сүллектә бер йотом һыуға сарсаған юлсы кеүек, оло түҙемһеҙлек менән  төбәге­беҙ­ҙең бер йәме булған Граф күле­нә сумдыҡ. Талсыҡҡан тәндәрҙе яҙып, быстырлап рәхәтләнгәс, ниһайәт, ярға сығып тәгәрәнек. Балалар һыу ингәнен күҙәтә-күҙәтә ҡыҙынған арала, эстә йыйылып киткән серҙәребеҙҙе уртаҡлашыр мәл етеүенә икебеҙ ҙә ҡыуана-ҡыуана, күңелдәгебеҙҙе түктек.

Әхирәтем ҡыҙыҡ кеше: бер ҡасан да мажараға тарымайынса йөрөмәй. Был юлы ла серле генә йылмайып, минең сабырлыҡты һынап алғас: “Беләһеңме, минең кеүек тә ҡыҙ менән егетте оҫта таныштырыусы булмаҫ! Тиҙҙән димселәр клубы асып ебәрермен инде!” – тип башланы. Мин, эске тулҡынланыуымды еңеп, сабыр ғына йылмайҙым, башла, тигәнде аңлатып баш һелкеп ҡуйыуҙы кәрәкле таптым.

– Ниңә “Нимә булды?”  тип һорамайһың? “Бәйләнештә” сел­тәре аша бер егет менән танышып алдым. Тик алыҫ ҡалала йәшәй. Аҡыллы ғына күренә, юғары белеме лә бар. Һүҙ эҙләп кеҫәгә төшә торғандарҙан түгел. Эсеү-тартыуға барымы юҡ кеүек. Уны һеңлем менән таныштырырға булдым. Егеттең шәп кенә фотоһын ебәр­гәйнем, оҡшатты. Тик үҙенең ҡыҙ янына килергә ҡапыл ҡыйыулығы етеңкерәмәгәйне, һеңлемдең тыуған көнө барыһын да ыңғай хәл итте лә ҡуйҙы.

Ул көндә Илдар эшенән китә алмай, иртәгәһенә имтихан тапшырырға кәрәк ине (ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем алып йөрөй). Мин былай иттем: үҙем матур ғына бүләк һатып алдым да һеңлемә: “Шул егет һинең фотоңды күреп ҡалды ла ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Ошо бүләкте һиңә бирергә ҡушты!” – тип бүләгемде тапшырҙым. Гөлназдың күңеле елкенеп китте – түҙмәй, шылтыратып уға рәхмәттәрен еткерҙе.

– Ә Илдар быға нисек риза булды һуң?

– Егет кеше әҙерәк уңайһыҙ­ланды инде. Ярай, туйыңа саҡырһаң, шул булыр һиңә үҙ бурысыңды ҡайтарыуың, тип шаяртҡайным, нишләһен, риза булды инде. Эштән дә, имтихандан да китә алмайым, тине бит.

– Ҡасан осрашырҙар икән?

– Осраштылар инде!

– Нисек булды, һөйлә әле!

Был юлы түҙемһеҙлегем йәшен тиҙлегендә үҙ шкалаһынан юғары күтәрелеп китте. Әхирәтем, быны һиҙеп, яйлап ҡына бер тапҡыр ҡулланыла торған стакандарға минераль һыу ҡойҙо, килештереп кенә көпшә тығып һурып алды. Мин дә стаканды алып, ҡапыл-ҡапыл уртланым, тик тәмен генә тойманым.

– Нисек булһын? Килде. Бер мәл эштән һуң баҡсаға һыу һибеп йөрөһәм, Илдар шылтырата. “Бына Гөлназ менән тышҡы кафела ултырабыҙ. Уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та һине лә саҡырырға булдыҡ”, – ти. Аптырап киттем. “Һөйләшеү бармаймы әллә?” – тим. Ул: “Бара ла ул, һеңлеңдең һине күргеһе килә бит”, – тигәс, оҙаҡ уйлап тормай йыйындым да яндарына йүгерҙем.

Кис килеп тороп матур. Егет ҡыҙға раузалар бүләк иткән. Эстән генә “Афарин!” тип уйлап алдым. Күңелле генә аралашып ултыралар, тик нимәлер булған кеүек. “Гөлназ егетте оҡшатманымы икән әллә?” – тип уйлап өлгөрмәнем, һеңлемдең телефоны шылтыраны һәм ул һөйләшеп алыр өсөн ситкә китте.

Шул арала ҡаршылағы ресторандан бер егет килеп сыҡты ла улар икәү-ара бәхәсләшә башланы. Баҡһаң, артынан йөрөгән егете булған икән. Уныһы ресторанда барған туйға уны алдан саҡырған, тик Гөлназ риза булмаған. Уйламағанда Илдар килеп төшөп, осрашырға саҡырғас, улар бында килеп, ихлас ҡына һөйләшеп ултырғандарында баяғы егет күреп ҡалған да өҙмәй ҙә ҡуймай үҙе менән саҡыра икән. Мин килеүгә бөтөнләй индереп үк алып китте.

– Дә-ә-ә...

Минең ауыҙ асылды.

 – Шулай. Икәүҙән-икәү кафела ултырҙыҡ та ҡалдыҡ. Илдарҙы йыуатҡан булдым да, ул арала мин дә ҡайтыу яғына йүнәлдем. Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай икән...

– Ә Илдар үҙе ни тине һуң?

– Ул нишләһен? Шунда ике ҡыҙ моңайып ҡына бер ситтәрәк ултыра ине, шулар янына барып, береһе менән танышып алған. Бер-береһен оҡшатҡандар! Тиҙҙән туйҙары!..

– Бында һинең ниндәй ҡыҫы­лышың бар һуң? – тип әхирәтемдән көлөмһөрәп һорамай булдыра алманым, тәүҙәге еңеүсе ҡиәфәтен иҫкә төшөрөп.

– Туп-тура! Мин һеңлем менән таныштырмаһам, ул Гүзәлде лә осрата алмаҫ ине!

Йәштәрҙең бәхетле булыуын теләп, көлөшә-көлөшә тағы күлгә сумдыҡ.

 

- Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-07-23/urau-urau-yuldar-asha-2429223

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: