Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ТАНЫШЫУ Булған хәл.

“Эшлекле, төҫ-башҡа һөймәлекле 40 йәшлек башҡорт ҡатын-ҡыҙы 40 – 50 йәштәрҙәге ир-егет менән танышырға теләй. Күсеп барырға ризамын”.Тулы текст сайтта: 

ТАНЫШЫУ Булған хәл.
ТАНЫШЫУ Булған хәл.

Һуңғы көндәрҙә күңеле буштан-бушҡа болоҡһоп, ҡулына эш бармаған Ғәйнисламдың, күҙе ошо иғланға төшөү менән, йөрәге тыпырсынып китте. Һәр саҡ бил ҡайышында йөрөткән телефонын сығарып, тиҙ генә иғландағы һандарҙы йыйҙы. “Алло-оу!” тигән яғымлы тауыштан күңеле майҙай йомшарҙы...

Таныштылар. Исеме Рәйсә икән, ауылдан. Осрашыу көнөн билдә­ләнеләр. “Һинең машинаң бармы ул?” – Рәйсәнең ошо һорауы Ғәйнисламдың күңелен әҙерәк төшөрҙө, шулай ҙа ул белгертмәне. “Эйе, бар!” – тип ихлас яуап биреп маташты. “Улайһа, мине автовокзалдан килеп алырһың әле, йәме!”

Яҡын күреп “һин” тип өндәшеү­ҙәнме, әллә биш йылға яҡын яңғыҙ йәшәп, ҡатын-ҡыҙ наҙына талсы­ғыу­ҙанмы – был ябай ғына һөйләшеү Ғәйнисламдың күңе­лендә оло өмөт утын тоҡандырҙы. Татлы хыялдарға бирелде...

Ниһайәт, һүҙ ҡуйышҡан көн килеп етте. Ғәйнислам ауыҙ эсенән күңелле генә бер көйҙө көйләй-көйләй ҡырынды, кистән үтекләп ҡуйған шәкәрҙәй аҡ күлдәген кейҙе. Галстук та тағырғамы икән, тип уйланып торҙо ла, үҙенең етди өмөттәр бағлауын белгертмәҫкә була, галстугын кире элде, өҫкө төймәләрен генә ысҡындырҙы. Яратҡан одеколонын һөрткәс, көҙгөгә күҙ һалды. Унан уға оҙон буйлы, ҡуңырт йөҙлө, әллә ни сибәр булмаһа ла, ҡарар күҙгә һөймә­лекле генә ир баш һелкте. Үҙенең донъяһына тағы бер тапҡыр күҙ йүгертте. Йорто бай йыһаз менән тулмаһа ла, таҙалыҡ-тәртип яратҡанға күрә,  һәр нәмә үҙ урынында,  бер бөртөк саң әҫәрен дә күрмәҫһең. Барыһынан да ҡәнәғәт булып, “девятка”һында автовок­залға елде. 

Шығырым тулы халыҡ араһынан сирен төҫөндәге күлдәк кейгән ҡатын айырылып сыҡты ла уның машинаһына табан атланы. Аймылыш булмаһын өсөн, Ғәйнислам машинаһының маркаһын, төҫөн һәм һандарын әйтеп ҡуйғайны. Ир машинаһынан сыҡты. Ҡатындың атлап килеше, һын-килбәте – барыһы ла күңелендә йөрөткән затҡа  тура килә кеүек, тик сәстәре... Ғәйнислам Рәйсәне оҙон сәстәрен өҫкә күпертеп йыйып ҡуйғандыр, тип күҙ алдына килтергәйне, ә уныҡы ҡыҫҡа булып сыҡты. Бындай ҡатын-ҡыҙҙы бик өнәп еткермәй ул, ялҡаулыҡ билдәһе тип иҫәпләй. Бер гүзәл затҡа быны әйткәйне лә әле, уныһы: “Оҙон сәсте ни, йыйҙың да ҡуйҙың, ә ҡыҫҡа сәсте тәрбиәләүе ҡыйыныраҡ. Шуға ҡыҫҡа сәслеләрҙе ялҡау тиеү дөрөҫ түгел!” – тип уның менән бәхәсләшеп маташһа ла, фекере үҙгәрмәне.

Рәйсә килеп етте, ихлас йылмайып, ҡул биреп күреште. Йылмайыуы матур икән. Машинаға инеп ултырғас та: “Мине почта бүлексәһенә алып бар әле, бер йомошом ғына бар ине!” – тигәс, Ғәйнислам: “Йүнсел ҡатын-ҡыҙ икән, бер юлы эшен дә бөтөр­мәксе”, – тип уйлап, “выжт” итеп әйткән урынға алып барып та еткерҙе. Бүлексәнән ҡатын ярты сәғәттән ашыу көттөргәс кенә килеп сыҡты. Сыҡты ла: “Ой, минең баҙарға бараһым бар ине, ҡыйын булһа ла, шунда ла һуғылайыҡ әле!” – тип йән иретерлек итеп йыл­майғас, кәйефе төшөүгә табан­лаған Ғәйнислам, һиҙҙертмәҫкә тырышып, был теләген дә һүҙһеҙ үтәне, етмәһә, саҡырырға уйлаған кафе ла йыраҡ түгел, тип уйланы.

Ярай әле был юлы 15 минуттан артыҡ көтөргә тура килмәне. Тик ҡатынды килешһеҙерәк кейемле ҡолғалай бер ирҙең оҙатып ҡалыуы кәйефен ҡырҙы. Рәйсә машинаға инеп ҡунаҡлау менән, тағы ла баяғыса бит остарында осҡондар уйнатып: “Ғәфү ит инде, тағы бер урынға ғына барып киләһе ине”, – тип күҙҙәренә төбәлеп йылмайып ҡарағас, Ғәйнисламдың кире ҡағырға баҙнаты етмәне – әйткән адресҡа килтереүҙән башҡа сараһы ҡалманы. Кафенан да, унда саҡырыу уйынан да алыҫлашҡайны ул.

Был юлы Рәйсә оҙаҡланы. Ярты көнгә генә тип эштән һорап киткәнгә күрә, Ғәйнислам борсола төштө. Китеп барыр ине, уңайһыҙ кеүек. Ҡатындың артынан ике ҡатлы бинаны урап инәйем тиһә, Рәйсә тупһала бер ир менән йылмайышып гәп һата, имеш! Үртәлеп: “Рәйсә, әйҙә киттек!” – тип өндәшкәйне, тегеһе ыңғайламаны ла. Шунда ғына Ғәйнисламдың башына барып етте – моғайын да, иғлан буйынса шылтыратыусы бер ул ғына булмағандыр! Асыуы ҡабарып: “Йә, кемебеҙҙе һайлай­һың инде?” – тип өндәште. Ҡатындың йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, ҡапыл иҫкән елдән сәстәре туҙып китте.

“Булманы!” Хыялдағы гүзәл зат тигәненең шундай түбән булыуы, өмөттөң гәлсәр кеүек селпәрәмә килеп вайралыуы Ғәйнисламдың яңағына сапҡандай булды – ҡул һелтәп китеп барҙы.

Бына һиңә иғлан аша танышыу!..

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-07-23/tanyshyu-2429208

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: