Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таксистың һуңғы сәфәре...

Ошо көндәрҙә республикала ҡот осҡос хәл теркәлде: ике ир таксисты үлтергән. Асыҡланыуынса...

Таксистың һуңғы сәфәре...
Таксистың һуңғы сәфәре...

Ошо көндәрҙә республикала ҡот осҡос хәл теркәлгән: ике ир таксисты үлтергән. 

Дүртөйлө районында 56 һәм 27 йәшлек ирҙәр машина, аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр өсөн таксисҡа һөжүм итергә булған. Улар такси саҡыртҡан, юлда водителдән туҡтауын һораған. Шунан ирҙең башына шаңҡытҡансы һуғып, уны автомобилдең артҡы ултырғысына күсереп һалғандар. Юлда таксист иҫенә килгән һәм ҡаршылыҡ күрһәтә башлаған. 27 йәшлек ир уны быуып үлтергән, үлер алдынан таксист енәйәтсегә бысаҡ менән сәнсеп өлгөргән. Мәйетте канауға йәшергәндәр.

Билдәле, ҙур булмаған ҡалаларҙа таксистар бер-береһен яҡшы белә, машиналары хаҡында ла хабәрҙар. Был юлы ла урындағы бер ир Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылы юлында таныш таксистың аҡ төҫтәге "Лада Гранта" машинаһын таный, әммә руль артында бөтөнләй ят кешеләрҙең ултырыуы уны һағайта. Ниндәйҙер хәүеф һиҙеп, машинаға сигнал бирә, әммә тегеләр, туҡтар урынға, тиҙлеген арттырып, алға ынтыла. Мәрхүмдең танышы тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.

Дүртөйлө районы юл-хәрәкәте инспекторҙарының оператив эшләүе һөҙөмтәһендә енәйәтселәр йәһәт ҡулға алына. Улар урланған автомобилдә ҡасырға маташа, ләкин йәрәхәтләнгәне, идара итеү һәләтеп юғалтып, ҡоймаға һәм тимер бағанаға барып бәрелә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы юл фажиғәһе урынында тота.

Асыҡланыуынса, енәйәтселәрҙең 27 йәшлеге элек үлтереү менән янағаны һәм уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән, 56 йәшлек иптәше урлашҡан өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Фажиғәле хәл буйынса енәйәт эше асылған.

Фото: "Башинформ".
 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: