Даирә
+19 °С
Ясно

"Хыялдар тормошҡа аша ул!"

Ғүмерен диңгеҙ менән бәйләгән, моряк исемен ғорур йөрөткән, хәрби хеҙмәтен икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ киңлектәрендә үтәгән илһөйәрҙәр байрамы яҡынлаша. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, илебеҙҙе һаҡларға йән атып торған ҡыйыу яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Шуларҙың береһе - диңгеҙ флоты ветераны Олокүл ауылында йәшәүсе Әлиф Йәнгиров.

"Хыялдар тормошҡа аша ул!""Хыялдар тормошҡа аша ул!"
"Хыялдар тормошҡа аша ул!"

Йәнгировтарҙың ишле ғаиләһендә тыуған Әлиф шуҡ, шаян, үҙ һүҙле булып үҫә. Шул уҡ ваҡытта атаһына оҡшап, талапсан, эшһөйәр, тырыш була. Бәләкәйҙән китап уҡырға, төрлө фильмдар ҡарарға ярата. Бигерәк тә диңгеҙ буйлап сәйәхәт итеүселәр тураһындағылары оҡшай.
- Бәләкәй саҡта кем генә моряк булырға хыялланмай икән? Океан-диңгеҙ һыуҙарын гиҙеү үҙе бер мөғжизә тойола ине. Яҙмышымды флот менән шул туралағы китаптар, фильмдар бәйләне, тиһәм дә була. Мәктәпкә барғансы уҡый-яҙа белә инем. “Робинзон Крузо”, “Остров сокровищ” һәм башҡа бик күп китаптарҙы уҡып сыҡтым. Үҫкән һайын диңгеҙгә тартылыш көсәйә барҙы,- ти Әлиф Ирғәле улы.
Мәктәпкә төшкәнсе һыуҙа йөҙөргә өйрәнә. Бер төркөм малайҙар менән ҡарҙар иреп тә бөтмәйенсә кемуҙарҙан йылғаға йүгерәләр. Улар ҙур булмаған йылғаны диңгеҙҙәй күреп, арҡырыһын буйға йөҙөп сығалар. Әйткәндәй, бала сағы бергә үткән күрше малайы Камил Гәрәев та моряк була. Ул һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итә. Һәр малай кеүек, Әлиф Йәнгиров та әрме хеҙмәтенә барырға хыяллана һәм тик хәрби-диңгеҙ флотына эләгергә теләк белдерә. Шулай итеп, диңгеҙҙе күреү, карапта сәйәхәт итеү теләге менән янған малай 5-се кластан һуң кәрәк-яраҡ әйберҙәрен рюкзағына тултырып, бер кемгә лә өндәшмәйенсә, ҡанатлы хыялы артынан юллана. Тауар ташыусы поезға ултырып, Силәбегә тиклем барып етә. Ләкин уны шунда тоталар һәм кире ата-әсәһенә ҡайтаралар. Әлбиттә, өйҙәгеләрҙән бик ныҡ эләгә. Ошо ваҡиғанан һуң атаһы менән етди һөйләшеү була. Шулай ҙа ул балаһының теләгенә ҡаршы төшмәй. “Әгәр ҙә үҙеңде өс йыл буйына яҡшы тотһаң, яловый итектәремде бүләк итәм”,- тип вәғәҙә итә атаһы. Малай башҡаса үҙенең тәртибе менән ата-әсәһен көйөндөрмәҫкә ҡарар итә. Ул мәктәптә тырышып уҡыуҙан тыш, төрлө эштәрҙә эшләп, эшһөйәр булып үҫә. Һөйәктәре нығынып бөтмәгән үҫмер булһа ла, эштән ҡурҡмай. Яҙлы-көҙлө урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаша, ат та ҡарай. “Хатта хеҙмәт хаҡын атайымдан күберәк ала торғайным”, - ти ул. Шулай ҙа күңелендә хәрби кеше булыу хыялын йөрөткән егет 8-се класты тамамлағандан һуң Өфө йылға училищеһына уҡырға килә. Мәктәпте тамамлауҙы раҫлаусы документтар әҙер булмауға ҡарамаҫтан, уҡытыусыһына барып тиҙ генә документтарын эшләтеп ала һәм беренсе поезд менән Өфөгә юллана. Егет һынауҙарҙы яҡшы үтеп, училище курсанты булыуға ирешә. Уҡыуҙы тамамлағас, “Петр Комаров” пароходына матрос итеп ҡабул итәләр. Икенсе йылында “Ҡазан” пароходына күсә. Уның менән Ағиҙел, Кама, Волга буйлап Ярославль, Кастрома, хатта Мәскәүгә тиклем барып етә. Ләкин ул үҙен штурвал артында күргеһе килә һәм буксирлы йөк пароходына рулевой булып урынлаша. Вятка буйлап ағас ташыуҙа йөрөй. Бер мәл төнгә ҡалып, Ағиҙел пароходствоһына әйләнеп ҡайталар. Төркөмдәштәре шат йылмайышып, әрмегә повестка алыуҙары тураһында белдерәләр. Әлифтең дә шатлығы менән бүлешкеһе килә. Иртәнгә тиклем түҙә алмаҫмын тип, төнөн начальникты уятып, әрмегә саҡырыу ҡағыҙын ала. Бер көн эсендә посын тапшырып, ул ваҡыттағы хеҙмәт хаҡы менән 340 һум аҡса алып, тыуған ауылына ҡайтып төшә һәм әрмегә әҙерләнә. Икенсе көндө таң менән Ҡырмыҫҡалы йыйылыу пунктына килеп баҫа. Шулай итеп Әлифтең “моряк булам” тигән хыялы ҡабул була: егеттең һаулығын, буй-һынын, белем кимәлен тикшергәс, хәрби-диңгеҙ флотына алалар. Владивостокта ай ярым тирәһе уҡыу үҙәгендә булғандан һуң, әрме хеҙмәтенә әҙер булған матростарҙы Тымыҡ окен флотына, Камчаткаға оҙаталар. Башҡортостандан ете кеше бергә хеҙмәт итә. Әлиф Ирғәле улы 6 карап ҡушылған флагман карабына урынлаша. Ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары машинисы вазифаһында илебеҙҙең диңгеҙ һәм океан сиктәрен һаҡлай. Дәүләт мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса махсус заданиеларҙы үтәп, Атлантик, Тымыҡ, Һинд океандарының алыҫ райондарына оҙайлы һәм уңышлы походтар яһай. Тырыш, ныҡлы ауыл малайына хеҙмәт еңел бирелә, ваҡытында дежурствоға ла баҫа. Бындай заданиеларҙы бөтәһе лә үтәй алмай, сөнки диңгеҙ сире күптәрҙе аяҡтан йыға. Эшләп үҫкән егеткә флот хеҙмәте ауыр тойолмай, уға физик әҙерлек, ихтыяр көсө ныҡ ярҙам итә. Флотта хеҙмәт итеү белем, түҙемлек, шәхси батырлыҡ, барлыҡ көстәрҙе мобилизациялауҙы талап итә. Унда үткән биш йыл ғүмере Әлиф Ирғәле улын тормошто, кешеләрҙе нығыраҡ аңларға, ысын дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, көсөңә ышанырға өйрәтә.
Моряк булып хеҙмәт итеүселәр ҙә төрлө һөнәрҙәргә эйә була. Әлиф тә водолаз һөнәрен үҙләштерергә тырыша. Әммә был юҫыҡта профессионал булырға яҙмай, шулай ҙа үҙе өсөн бик күп нәмәне өйрәнеп ҡала. Команда старшинаһы Әлиф Йәнгировтың юғары хәрби әҙерлек күрһәткестәре, яҡшы хеҙмәте тураһында бик күп наградалары һөйләй: “Диңгеҙ флотына тоғролоҡ өсөн”, “ПИК МО ветераны” миҙалдары, түш билдәләре, водолаз сәғәте.
Караптағы хеҙмәттән һуң Әлиф Йәнгиров балыҡсылар бригадаһы менән Охотск диңгеҙен иңләй. Унда ете йыл эшләп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә Әлиф Ирғәле улы тимер юлында юлсы-монтер булып эшләй.
Хәрби-диңгеҙ флотындағы хеҙмәте тураһындағы хәтирәләре уны ғүмере буйы оҙатып бара. Әлиф Ирғәле улын йыш ҡына мәктәпкә саҡыралар, һәм ул хеҙмәте тураһында ғорурлыҡ менән уҡыусыларға бәйән итә. Бергә хеҙмәт юлы үткән иптәштәре менән дә осрашып торалар. Улар һәр осрашыуға буш ҡул менән килмәйҙәр, мәҫәлән, Әлиф ағайҙың йортонда диңгеҙҙе хәтерләткән карап макеты урын алған.
Армияла уҙған йылдар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, команданың, ҡаҡшамаҫ диңгеҙ берҙәмлегенең, Ватанға тоғролоҡтоң нимә икәненә төшөнөргә ярҙам итә. Хәрби-диңгеҙ флоты көслө дәүләт символы, беҙҙең державаның ышаныслы төп оборона һәләтлелеге, тыныс тормош гаранты булды һәм булып ҡала ла. Был көндө беҙ хәрби-диңгеҙ флоты сафтарында хеҙмәт иткән һәм итеүселәрҙе байрамдары уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас