Сарала БР ауыл хужалығы министры, Дәүләт Думаһы министры Павел Качкаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, БР Хөкүмәте, республиканың ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, фермерҙар, ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереүселәр ҡатнашты.
Боҙаяҙ ауылы эргәһендә урынлашҡан күрһәтеү майҙансығында Илшат Илдус улы Фәзрахманов ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән мөрәжәғәт итте.
Дәүләт сорт комиссияһы федераль хеҙмәте етәксеһе Иван Леонтьев сорт һынау баҫыуҙарында ярауай һәм ужым культураларының үҫеше менән таныштырҙы.
- Бында 23 сорт ужым бойҙайы үҫә. Сорт һынау участкаларында химик утау һәм ағыулау үткәрелмәгән. Ошондай шарттарҙа “Башкирская-12” сорты үҙен иң яҡшыларҙан итеп күрһәтте. Шулай уҡ ҡышҡы сорттарҙың береһе “Изаура”-ны ла билдәләп китмәйенсә булмай, уның уңдырышлылығы би юғары. “Скинет” сортын бик маҡтамаһалар ҙа, ул беҙҙә яҡшы үҫте һәм һәйбәт ҡышланы. “Туйлаковская 108” сорты беҙҙең ерҙәрҙә яҡшы уңыш бирә. Ә “Салауат Юлаев” сорты һабаҡ һәм япраҡ ауырыуҙарына ҡаршы ныҡ тораР, - тип уртаҡлашты Иван Петрович.
Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларға 16 сорт ярауай бойҙай, 6 сорт арыш, 35 сорт арпа, 9 сорт соя, 16 сорт рапс һәм 26 сорт шәкәр сөгөлдөрө үҫемлектәре күрһәтелде.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.