Даирә
+25 °С
Облачно

Июлдә эшләй торған 10 эш

Июль – йәйҙең экваторы. Был айҙа баҡсасыларҙың «хаталар өҫтөндә эш» осоро.Бына был 10 мөһим эште хәҙер эшләргә кәрәк:

Июлдә эшләй торған 10 эшИюлдә эшләй торған 10 эш
Июлдә эшләй торған 10 эш

Һарымһаҡ үҫкән түтәлдәр, моғайын, күптәрҙең инде бушап ҡалғандыр. Көҙҙән ултыртҡан һарымһаҡты алырға ваҡыт. Ә бына бушаған ерҙә әле ҡабаттан нимәлер үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән: редиска, укроп, петрушка, салат, шпинат, кинза, дайкон  сәсә алаһыҙ. Тиҙләтер өсөн, орлоҡтарҙы алдан уҡ шыттырып алығыҙ, дымлы тупраҡҡа сәскәндән һуң түтәл өҫтөн йоҡаҡ ҡына изоспан менән ҡапларга кәрәк.

Июль аҙағында помидорҙарҙа фитофтора башлана. Үҫемлектәрҙең ауырый башлағандарын көтмәйбеҙ, сараһын алдан уҡ күрәбеҙ. Һарымсаҡ төнәтмәһе бик  яҡшы дауа. 200 г һарымһаҡты блендер менән иҙәбеҙ. Уға 2 литр һыу һалып, 1 тәүлек төнәтәбеҙ. Әле фитофтора билдәләре күренмәһә, төнәтмәне 10 литр һыуҙа шыйыҡлап һибегеҙ, әгәр ҙә аҫҡы япраклар инде көйөп ҡарая башлаһа, 5 литр һыу менән генә һыйыҡлайбыҙ. Төнәтмәне кис менән үҫемлектәргә бөркөп һибәргә, тупраҡты, рәт араларын да эшкәртергә кәрәк. Бер нисә көндән тағы бер ҡат ҡабатлайбыҙ.

Помидорҙарға фитофтора ғына түгел, «вершинная гниль» тигән сир ҙә янай. Емештәрҙең осо ҡарайып серей башлай. Был – кальций етмәгәндән. 10 литр һыуҙа 1 аш ҡалағы кальций селитраһы иретеп һипһәгеҙ, бындай сирҙән ҡотолорһоғоҙ. Июль аҙағында ҡыярҙарҙы ла бер ҡат туҡландырып алыу зыян итмәй. Әгәр тәрбиә булһа, улар әле көҙгә тиклем үҫә. Ҡыярҙарға бына был ашламаны яһап һибеп ҡарағыҙ әле, файҙаһын күрмәй ҡалмаҫһығыҙ. 1 биҙрәгә кипкән бесән тултырығыҙ, шуға 1 биҙрә йылымыс  һыу һалып, 2 тәүлек төнәтегеҙ. Төнәтмәне һөҙөп, аҙнаға бер тапҡыр ҡыярҙар өҫтөнә бөркөгөҙ. 

Ҡыярҙарығыз һарғайһа, 1 биҙрә тиреҫ шыйыҡсаһына 1 аш ҡалағы калий сульфаты һалып туҡландырығыҙ. Икенсе тапҡыр ашлағанда 1 биҙрә һыуҙа 2 аш ҡалағы суперфосфат иретеп һибегеҙ. 

 

Ҡыярҙарҙың ҙүмерен оҙайтыу өсөн, өлгөргәндәрен гел өҙөп торорға кәрәк.

Ҡыярҙарҙы йәшәртеүҙең тағы бер ысулы – шәрәләнеп ҡалған һабаҡтарҙың төбөн тупраҡ менән күмдереү. Тупраҡ аҫтында күмелеп ҡалған һабаҡтар тамырланып, уларҙан яңы тармаҡтар үҫеп сыға. Төндәр һыуыта башлағас, ҡыяр түтәлдәрен изоспан менән ҡаплағыҙ. 14 градустан түбәнерәк температурала ҡыярҙар үҫеше туҡтала. 

Кишер түтәлдәрен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Июль айында ауларҙың үсҫеше тотҡарланғанын күрһәк,  калий менән ашлайбыҙ. Калий утын көлөндә күп. Ә бына фосфор кишерҙе эре итә. Баллы булһын өсөн уға бор кәрәк. 


Емештәрен йыйып алғандан һуң, ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтарын да туҡландырырға онотмағыҙ. Иң беренсе эш итеп һәр бер төпкә 3-4 биҙрә һыу һибегеҙ. Киләһе йылға сәскә атып емеш бирер бөрөләр был көҙҙә формалаша. Ҡыуаҡтың көсөн арттырыу өсөн  1 биҙрә һыуға 1 аш ҡалағы суперфосфат менән 1 аш ҡалағы калий сульфаты һәм 1 стакан утын көлө һалып, һәр бер ҡыуаҡ төбөнә һибеп сығығыҙ. Бәрәңге ҡабыҡтарығыҙҙың береһен дә ташламағыҙ, крахмал – ҡарағат өсөн бик әйбәт ашлама, уларҙы ҡыуаҡ төбөнә күмә барығыҙ. 

Ҡарағат һәм крыжовник ҡыуаҡтарын июль аҙағында йәшәртеп киҫәләр. Ҡороған, ҡартайған ботаҡтарҙы төптән үк киҫеп, йәштәренә үҫәргә урын бирегеҙ. Үрсетергә уйлаған сорттарығыҙ булһа, быйыл гына үҫеп сыҡҡан йәш ботактарҙы ергә ятҡырып, өҫтөнә тупраҡ һалып йәки берәй кирбес киҫәге менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Тамырланғас, яҙ көнө айырып алып, яңы ергә күсереп ултыртырһығыҙ. 

Июль айынан да ҡалмайынса, баҡса еләгенең япраҡтарын салғы менән сабып алырға кәес сыекчасы урынына аммиак селитрасы куллана аласыз. 

фото: https://www.pexels.рәк. Бигерәк тә 3-4 йыллыҡ еләкләрҙекен. Әгәр еләктәрегеҙ йәь, 1-2 йыллыҡ ҡына булһа, артыҡ мыйыҡсаларын һәм ҡороған япраҡтарын ғына киҫеп сығығыҙ. Һуңға ҡалмағыҙ, көҙгә тиклем уға әле яңы япраҡтар ҙа үҫтерергә кәрәк.  Сәскә бөрөләре күберәк формалашһын өсөн, япраҡтарын сапҡанданһуң һыйыр йәки тауыҡ тиҙәге әсетмәһе менән ашлағыҙ. 1 биҙрә әсетмәгә 1 стакан утын көлө лә ҡушһағыҙ, файҙаһы күберәк буласаҡ. 

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/bakcha/iyuld-eshlise-10-esh

фото: https://www.pexels.

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/bakcha/iyuld-eshlise-10-esh

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас