

Электрон сигареттар етештереүсе компаниялар үҙ продукцияһын маҡтауҙан бушамай, йәнәһе, был “модалы” көйрәткестәр кеше һаулығына зыян килтермәй, химикаттар парға әйләнә, үпкәне зарарламай, имеш... Ғәмәлдә нисек һуң?
Электрон сигареттарҙың эш принцибы шыйыҡлыҡты йылытыуға һәм уны тын алыу өсөн парға әүерелдереүгә нигеҙләнгән. Никотин бер ҡайҙа ла китмәй, кешене ошо матдә бәйлелегенә нығыраҡ тартыуын дауам итә. Етештереүселәр пар һулауҙы тәмәке тартыуға ҡарағанда зарарһыҙырыҡ тип иҫбатларға тырыша. Имеш, тәмәке тартҡанда меңәрләгән канцерогендар һәм химикаттар бүленеп сығып, тын алыу органдарына, үпкәгә юл ала, ә пар менән тын алыу зыянһыҙ...
Вейп (парҙы һулау өсөн ҡорамал) өсөн етештерелгән шыйыҡлыҡ составында токсик матдәләрҙән тыш никотин да бар, тимәк, уның зыянлы тәьҫире электрон сигареттарға ла хас.
Вейптар өсөн шыйыҡлыҡҡа парға әүерелһен өсөн махсус иретеүсе матдәләр өҫтәйҙәр – глицерин, пропиленгликоль, Е витаминының майлы иретмәһе һәм башҡа төрлө өҫтәмәләр. Йылытҡанда был улар аэрозолгә әүерелергә тейеш, тик уларҙың бер өлөшө ғәмәлдә тамсылар рәүешендә үпкәгә эләгә һәм шунда ҡала. Үпкәгә майҙарҙың эләгеүе сәләмәтлек өсөн хәүефле, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Үпкәнең шешенеүе, унда һыу йыйылыуы һәм липоидлы пневмонияға килтереүе мөмкин.
EVALI – вейперҙарҙың яңы сире. Был термин йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында киң таралған АҠШ-та барлыҡҡа килгән. Әлегә был сирҙе асыҡлау өсөн тест һәм маркерҙар уйлап табылмаған, шуға күрә пациентта үпкә сиренә шик тыуғанда уның электрон сигарет тартыуы тураһында һорашырға кәрәк. Был яңы сир нигеҙендә үпкәнең киҫкен зарарланыуы ята, ике яҡлы пневмония менән оҡшашлыҡтары бар. Ҡайһы бер билдәләре менән танышайыҡ: температура күтәрелеүе, биҙгәк тотоу, кинәт тән ауырлығын юғалтыу; тын етешмәү, йүтәлләү; ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре башланыуы (уҡшыу, эс китеү һ.б.); тахикардия (йөрәктең ныҡ ҡағыуы); ҡанда лейкоциттар артыуы. Вейперҙарҙың яңы сирен диагностикалау ауыр, уны йыш ҡына бактериаль пневмония менән бутайҙар һәм дауалау өсөн антибиотиктар тәғәйенләйҙәр. Был осраҡта дарыуҙарҙан файҙа юҡ, тын алыуҙың насарланыуы ғына мөмкин. Вейперҙар сирен диагностикалау өсөн төрлө анализдар, хатта үпкәнән биопсия алыуҙары ихтимал. EVALI сирен кортикостероидтар менән дауалайҙар. Ауырыуҙар йыш ҡына реанимация бүлексәһенә эләгә, үпкәне яһалма елләтеүгә мохтажлыҡ кисерә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.