

– Башҡалар менән шул хәтлем еңел ине...
– Ни өсөн?
– Мин уларҙы яратманым.
****
– Һиңә йөрәктәрен тәҡдим иткәндәре бармы?
– Әлбиттә.
– Ҡайҙа?!
– Ит баҙарында (“Легкомыслие”).
****
– Ул һине ярата...
– Әллә ниндәй сәйер бит ул. Йә иркәләнеп туймай, йә тик торғандан асыулана башлай.
– Тыныслыҡта ҡалдырам тиһәң, өйлән уға (“Безумие”).
****
– Ни өсөн Марс шул хәтлем ҡыҙарған?
– Уға Ер өсөн оят (“Соло на одной клавише”).
****
– Ә күлдәктең ниндәй төҫтә булыуы мөһимме?
– Әлбиттә! Ҡыҙыл – иғтибар итһендәр, аҡ – яратһындар, ә халат – үҙенән башҡа бер ергә лә ебәрмәһендәр өсөн (“Легкомыслие”).
****
Мөхәббәттең ныҡлығы иртәнге үбеүҙәр менән билдәләнә.
****
Мөхәббәттә иң ҙур трагедия – һөйәркә булыу (“Стихи для гурманов”)
****
Бар курорт романдары “һеҙ”ҙән башланып “һин”гә күсә, “беҙ”гә барып етмәйенсә “мин” менән тамамланып ҡуя.
****
Хәтирәләр фото кеүек: берәүҙәр фотоальбомда һаҡлана, икенселәре тәндәге татуировка һымаҡ күңелдә мәңгелеккә ҡала.
****
– Ниһайәт, хыялымдағы ир-затын осраттым.
– Ысынмы?! Ул тап үҙе икәнлеген нисек аңланың?
– Һәр иртә ул мине уята...
– Шул инеме инде хыялың?
– Ул миндә ҡатын-ҡыҙ сифаттарын уята, хужабикәне түгел...
****
– Үҙеңде ир-заттары араһында нисек тояһың?
– Тегенсегә барған һымаҡ. Һәр береһе кәүҙә үлсәменә иғтибар итә, әммә туй күлдәге тегергә теләк белдереүселәр һирәк.
****
– Хәлдәр нисек?
– Күңелһеҙ. Элек, исмаһам, шылтырата ине.
– Ә хәҙер?
– Бергә йәшәйбеҙ.
****
Тормош – ул әкиәт. Һөйләүселәре күп, геройҙары юҡ кимәлдә (Где валяются поцелуи).
****
Ҡатынлы ирҙәр менән һәр саҡ шулай: берҙән-бер булып ятаһың да, сираттағы булып тораһың (“В каждом молчании своя истерика”).
https://shonkar.com/news/be-g-ya-alar/2021-07-18/m-h-bb-tte-ny-ly-y-irt-nge-be-r-men-n-bild-l-n-2424785?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478