- Мал аҙығының сифаты булһын өсөн уны ваҡытында әҙерләргә кәрәк. Шуға ла аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышам. Техникам етерлек – дүрт тракторым, бөтә кәрәкле агрегаттар – бесән сапҡыс, йыйғыс, преслау ҡоролмаһы, тырмалар, шулай уҡ культиватор, сәскестәр бар. Барлығы 132 гектар ерҙә эшләйем. Мал аҙығы өсөн арпа, борсаҡ, арыш, бер йыллыҡ үлән сәсәм. Әлеге көндә борсаҡ ҡатыш арпаны преслайбыҙ. Бер баҫыу сабылып бөткәс, унда ужым культураһы сәселәсәк. Баҫыу эштәрендә тәжрибәле механизатор Фәнис Сәликәев ярҙам итә, - тип һөйләне Вәсим Фәрит улы.
Артабан фермаға йүнәлдек. Унда фермерҙың ҡатыны Нажиә Хөрмәт ҡыҙы һыйырҙар һауа ине. Симменталь тоҡомло малдар көр күренә. “2016 йылда Баш ҡортостан Республикаһы Ауыл хужа лығы министрлығы тарафынан улар “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” прог раммаһы буйынса грант алыуға ирешәләр. Шулай 45 баш симменталь тоҡомло тана лар һатып алына. “Әлеге көндә 86 баш һы йыр малыбыҙ бар. Етештерелгән продук цияны – һөттө, ҡаймаҡты һәм эремсекте өйҙән дә килеп алалар, район ҡулла ныусылар йәмғиәте магазины – район үҙәгендәге гастрономға ла тапшырабыҙ. Ә һимертелгән малдарҙың итен баҙарҙа, ауыл халҡына һәм алып-һатарҙарға ла һатабыҙ”, - тип һүҙҙәрен дауам итте ул.
Ирле-ҡатынлы Кәримовтарҙың икеһе лә Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы инст и тутының зоотехния бүлеген тамамлаған. Улар тәүҙә Шайморатов исемендәге кол хозда ҙур тәжрибә туплайҙар. Үҙгәртеп ҡо роу ҙар башланғас, 1991 йылда үҙ эштәрен асырға ҡарар итәләр. Тәүҙә төрлө йылдарҙа сусҡалар аҫрайҙар, сөгөлдөр үҫтерәләр, теплица тоталар. “Тыры шыуыбыҙ килем өсөн генә түгел, ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, ер һәм мал эше бик оҡшай”, - ти Кәримовтар.
Эйе, егәрле кешеләр генә замана ауырлыҡтарына бирешмәй, ер эше һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә, ҙур, яуаплы эштәрҙе атҡарып сыға ала.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.