Даирә
+17 °С
Облачно

Бикташева Гәүһәр Нурғәли ҡыҙына

Мырҙа ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Бикташева Гәүһәр Нурғәли ҡыҙын күркәм байрамы – 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Бикташева Гәүһәр Нурғәли ҡыҙынаБикташева Гәүһәр Нурғәли ҡыҙына
Бикташева Гәүһәр Нурғәли ҡыҙына

Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы, именлек теләйбеҙ. Ғәзизебеҙ! Күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе һин бар ғаиләбеҙгә - балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Аҡыллы кәңәштәрең, беҙгә булған оло хәстәрлегең, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, фани донъя рәхәтлектәрен кисереп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле миҙгелдәр кисереп кенә йәшә!
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,
Наҙлап ҡына һиңә өндәшербеҙ.
Алла бирһә, һинең менән бергә
Оҙаҡ йылдар тағы йәшәрбеҙ.
Рәхмәтебеҙ ҙур һиңә, оҙаҡ йәшә,
Беҙгә бит һин бик ҙур йыуаныс.
Арып талһаҡ тормош юлдарында
Һин бар әле беҙгә таяныс.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәфил, улдарың Рәсил, Рәмзил, ҡыҙҙарың Гөлсинә, Эльмира, Гөлфинә, кейәүҙәрең Илшат, Альберт, Илнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас