+17 °С
Облачно


Фажиғәле хәл Ишембай районының Иҫкесәк ауылында теркәлгән. Бер нисә бала ауыл ситендәге ағас бурала уйнай йөрөгән ваҡытта, уйламағанда иң өҫтәге бүрәнә аҫта торған биш йәшлек малайҙың өҫтөнә төшкән. Балалар өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырырға ашыҡҡан, ләкин һуң була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йәшлек бала ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Ата-әсәләр иғтибарына: каникул осоронда балаларға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, уларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Һыуға төшөү, урамда уйнау булһынмы - һәр саҡ улар янында ололарҙың булыуы мотлаҡ. Аҙаҡтан һуң булып ҡуймаһын.
Фото: osnmedia.ru