

Һыу инеүе рәхәт тә, күңелле лә, әммә уның икенсе яғы бар икәнен дә оноторға ярамай. Ҡыҙғанысҡа, күптәрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында йыл һайын әллә күпме һыуға батып үлеүселәр теркәлә.
Районда ла бындай күңелһеҙ хәлдәр булып тора. Шулай ҙа бөгөн ошондай хәлде булдырмаған, үҙ ғүмерҙәрен уйламайынса башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ашыҡҡан райондаштарыбыҙ хаҡында бәйән иткем килә.
Ҡырмыҫҡалы ауылының бер төркөм йәштәре был көндө Эҫем йылғаһы буйында ял итә. Бер ваҡыт улар: “Ярҙам итегеҙ!” – тип ҡысҡырған тауыш ишетәләр. Күп уйлап тормай егеттәр, шунда уҡ ҡотҡарыу жилеттарын кейәләр ҙә, һыуға батып барған ирҙең янына ашығалар. Был ирҙе ҡотҡарырға тип уның ике дуҫы ла шул яҡҡа табан йөҙә. Тик уларҙың үҙҙәрен дә ҡотҡарырға тура килә. Шулай итеп үҫмерҙәр бер юлы өс кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалалар.
Бына улар: Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусылары Әмил Миһранов менән Алмаз Атнабаев, 2-се мәктәптән Данияр Латипов, Марсель Ситдиҡов һәм Рималь Абдуллин, колледж студенттары Арсен Мирсаев, Даниил Ғәлиәхмәтов һәм Эльмин Мамедов.
Егеттәрҙең барыһы ла спорт менән шөғөлләнә.
- Тауышты ишеткәс тә, күп уйлап торманыҡ, ярҙамға ташландыҡ. Ир кеше йылға ағымы буйлап ағып бара ине. Ҡурҡырға ла ваҡыт булманы, - ти биш йылдан ашыу ҡул көрәше менән шөғөлләнеүсе Әмил Миһранов.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡыйыу егеттәрҙең барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм яҡташтарыбыҙға:
- Эҫе һауа торошо һыу буйына саҡыра һәм беҙ һыу инеү тыйылған урындарҙа ял итеүселәрҙе күҙәтәбеҙ. Фажиғәләрҙән ҡотолоу өсөн беҙ һеҙҙән ҡотҡарыусылар эшләгән, йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инеүегеҙҙе һәм айырыуса балаларға иғтибарлы булыуығыҙҙы, уларҙың үҙ аллы һыу ятҡылыҡтарына барыуына юл ҡуймауығыҙҙы һорайбыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип мөрәжәғәт итә.
Бәлә ваҡытында юғалып ҡалмаған егеттәргә һәм ошондай батыр уландар үҫтергән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Афарин!
Розалия НАЗАРОВА.