Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Ғинуар , 10:36

Юнирҙең теләге ҡабул булды!

Һәр баланың күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар унда уйылып ҡала. Өҫтәүенә уларҙың һәр береһе мөғжизәгә ышана. Бигерәк тә Яңы йылды тап шуның өсөн дә көтөп алалар. Өлкәндәр ҙә был байрамды матур, сағыу һәм һәр ҡыҙҙың, малайҙың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырыша.

Юнирҙең теләге ҡабул булды!
Юнирҙең теләге ҡабул булды!

“Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Уның асылы шунда: илдең һәр кешеһе акцияла ҡатнашыусыларға – етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ҡаты сирле кешеләргә Яңы йыл бүләге яһай ала.

Шатлыҡ бүләк итеүҙе һәм Яңы йыл тылсымы тойғоһо тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған акцияға районыбыҙ эшҡыуарҙары, төрлө предприятиелар һәм учреждениелар коллективтары ла ихлас ҡушылды.

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Юнир Әрҙәширов та Ҡыш бабайға хат яҙған. Ул саңғыла йөрөргә ярата икән. Әммә өйҙәре янып китеү сәбәпле, уның яратҡан саңғылары ла утта яна. Шуға күрә ул Ҡыш бабайҙан саңғылар һораған. “Теләктәр шыршыһы”нан уның хатын алалар һәм теләген үтәйҙәр.

Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһының Ҡырмыҫҡалы махсуслаштырылған филиалы етәксеһе Денис Хәниф улы Батталов Юнирҙең теләген тормошҡа ашырҙы һәм ул теләгән саңғыларҙы ботинкалар менән бергә бүләк итте.

Яңы йыл алдынан мөғжизәләр була, тиҙәр. Ысынлап та була икән шул, тик уларға ысын күңелдән ышанырға ғына кәрәк.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас