Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Декабрь 2025, 08:35

Ҡоролтай халыҡ мәнфәғәтендә эшләй

Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы 1990 йылда башлана. Башҡорт милли хәрәкәте тап ошо йылдарҙа әүҙем үҫеш ала. Районда уның эшендә һәм ойоштороуҙа Марат Хәсәнов, Әхәт Юлмөхәмәтов һәм Рим Исхаҡовтар һиҙелерлек көс һала. Тәүге көндәрҙән үк район башҡорттары ҡоролтайы райондың ижтимағи-мәҙәни һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү, туған телде, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу уларҙың төп бурысы булды.

Ҡоролтай халыҡ мәнфәғәтендә эшләй
Ҡоролтай халыҡ мәнфәғәтендә эшләй
Тәүге оло йыйында район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына Даян Хәлитов, уның урынбаҫары итеп Марат Хәсәнов тәғәйенләнә. 1997 йылда район башҡорттарының II ҡоролтайынан һуң башҡарма комитетты район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Азамат Ғәйфуллин етәкләй.
1995 йылдан 2017 йылға тиклем ҡоролтайҙың башҡарма комитетын рәйесе вазифаһын алып барған Марат Хәсәновтың хеҙмәте бик ҙур. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаларының тырышлығы, маҡсатҡа ярашлы эшмәкәрлеге һәм урындағы власть органдары, учреждение, ойошмаларҙың, йәмәғәт ойошмалары менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүе һөҙөмтәһендә милләтебеҙ мәнфәғәтендәге күп мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирҙе.
Ул йылдарҙа район башҡорттары ҡоролтайы Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырҙы. Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙҙең телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауҙа ҡырмыҫҡалыларҙың өлөшө ҙур.
Ҡоролтай башҡарма комитетының районда башҡорт телендә баҫылған үҙ аллы “Даирә” гәзитен сығарыуға булышыҡ итеүе ҡоролтай эшенең иң ҙур һөҙөмтәһе булып тора.
 
Ул дәүерҙә “Даирә” гәзите мөхәррир Илмира Ғәлиәхмәтова етәкселегендә рухлы, сағыу биҙәлешле булып нәшер ителә. Район баҫмаһын 1200-ҙән ашыу ғаилә алдырҙы. Гәзит биттәрендә тарихи, тәрбиәүи, тормошсан мәҡәләләр баҫтырыуҙы маҡсат итеп, һәр һанды ихлас ижад итте коллектив. 2012 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайына Илмира Ғәлиәхмәтова етәкселек итте.
Илмира Әнүәр ҡыҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары булып эшләгән осорҙа урындағы ҡоролтай ағзалары Рәсәй, республика, район кимәлендә рухлы, тәрбиәүи саралар ойоштороуҙа мөһим роль уйнай. Мәҫәлән, 2014 йылда уҙғарылған "Уйын" проекты әлеге ваҡытта һабантуйҙарҙа уҙғарылған халыҡ уйындарының онотолған төрҙәрен пропагандалауҙың тәүге аҙымы булды. Республикала беренсе тапҡыр "Ылаҡ" ярышы, Шайморатов алышын күрһәтеү ойошторолдо, башҡорт аттарының бәҫен күтәреүгә өлөш индерелде, патриотик тәрбиәгә ҙур баҫым яһалды. 2014 йылдарҙа районда тәүге тапҡыр башҡорт КВН командаһы булдырылды һәм улар “Шаяниум” фестивалендә уңышлы сығыш яһай башланы. Башҡорт командалары республика кимәленә сыға алды.
 
2012 йылда районда Шайморатов призына республика буйынса көрәшселәр ярышына нигеҙ һалына. Тәүге йылдарҙа унда 300-ләп көрәшсе ҡатнаша. Бәйге йыл һайын Шайморатовтың вафаты көндәрендә уҙғарыла. Ошо дәүерҙә табын йәштәрен ойоштороу буйынса ла эштәр башлана. Йәштәрҙе фестивалгә йәлеп итеү, уларҙы туплау буйынса эш дауам итә, яңы лидерҙар эҙләнә. Нәҡ ошо ваҡытта райондың билдәле шәхестәренең исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. М. Шайморатовҡа һәйкәл һәм музей асыу буйынса эштәр һәм мәғлүмәт туплау, Өмөтбаевтың бюстын, йорт-музейын һәм биләмәһен төҙөкләндереү, Фәрит Иҫәнғоловҡа бюст, Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асыу, Шәриф Биҡҡол музейын заманса йыһазландырыу, район тарихы буйынса китап сығарыу – ошо иҫәптә.
 
Шәрипҡол, Ибраһим, Яңы Бишауыл, Бүләкәй, Күлләр, Үтәгән, Сихонкин ауылдары “Айыҡ ауыл” республика бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашты.
Ҡоролтай халҡыбыҙ тормошонда ҙур роль уйнаған йәмәғәт ойошмаһы булды һәм булып ҡала. Эш артабан да ошо юҫыҡта дауам итер, милләтебеҙ мәнфәғәтендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.

Беренсе ҡоролтай делегаттары үҙ хәтирәләре менән бүлешә
 
Марат Хәсәнов, журналистика уҙаманы: - Бөтә донъя башҡорттарының өс ҡоролтайына ла делегат итеп һайланыуым, районыбыҙ милләттәштәренең беҙ башлап ебәргән милли хәрәкәткә, уның етәксе даирәһендә ҡайнаған минең эшмәкәрлеккә ҙур баһа булһа, икесе яҡтан ҙур яуаплылыҡ та ине.
Ҡоролтай уставы буйынса милләттең аңын үҫтереү, тарихыбыҙҙы, йолаларҙы, телде белеү һәм һаҡлау йүнәлеше буйынса эш алып барҙыҡ. Ҡурай байрамдары, “Ауыл батыҙары” бәйгеләрен гөрләтеп үткәрҙек. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Борис Абакачев менән берлектә йәштәр менән әүҙем эш алып барҙыҡ. Районда башҡорт телендә гәзит сығарыуға өлгәшеү һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия булдырыу - эштәребеҙҙең һөҙөмтәһе булды.
Ҡулдан килгәнсә, райондаштарымдың ышанысын аҡларға тырыштым. Район һәм республика баҫмаларында сығыштар яһаным, Башҡортостан телевидениеһына интервьюлар бирҙем, ҡоролтайҙың секция эштәрендә әүҙем ҡатнаштым. Беҙҙең Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән туғанлыҡ ептәре урынлаштырыу тураһында телевидениеларҙа репортаждар күрһәтелде.
Әлбиттә, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып барыу иҫтә ҡалырлыҡ бик тулҡынландырғыс сара булды. Унда райондан рәсми делегация составында район хакимиәте башлығы Дамир Асҡаров, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәүис Хажиев, мәғариф бүлеге мөдире Михаил Климкин, Иҫке Бәпес мәктәбе уҡытыусыһы Клара Ғәйфуллина, “Родник” ассоциацияһы рәйесе Виктор Прокопьев һәм мин, район гәзите урынбаҫары Марат Хәсәнов барҙы.
 
Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әле эшләп йөрөгән журналист инем. Гәзитсе булараҡ, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә ханым, ул саҡтағы Ингуш Республикаһы Президенты Руслан Аушев, СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Зыя Нуриев, яҡташым күренекле шағир Шәриф ағай Бикҡолдан ҡыҫҡа ла, ентекле лә интервьюлар алдым.
Иң шаҡ ҡатырғаны тантаналы сарала Берлин ҡалаһының Фрайсуниверситеты профессоры Маргарет ханым Раштың сығышын саф башҡортса сәләмләү менән башлауы булды. Маргарет ханым беренселәрҙән булып, беҙгә килеп, телебеҙҙе өйрәнә. 1990 йылдар башында тюрколог студенттар өсөн даими рәүештә башҡорт телен өйрәнеүҙе башлап ебәрә.
Тәнәфес ваҡытында Башҡортостан телевидиеныһының “Хазина” ижади берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов уның башҡортса йырлағанын таҫмаға яҙыу күренешенә тап булдыҡ. Ә халыҡ... майҙан тулы! Йырсы эргәһенә килермен тип уйлама ла.
Бына шулай сикһеҙ тәьҫораттар, бик күп фәһемле фекерҙәр алып ҡайттыҡ беҙ тәүге ҡоролтай йыйынан.
 
Клара Ғәйфуллина, Илтуған ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры:
- Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайының тәүге йыйынына делегат булып барыуыма утыҙ йыл ваҡыт үтеп китһә лә, унан алып ҡайтҡан тәьҫораттар бөгөнгөләй хәтеремдә уйылып ҡалған.
Ул ваҡытта Иҫке Бәпес мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусылар менән республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша инек. Иҫке Бәпес мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейын төҙөнөк. Был эшкә балалар ныҡ дәртләнеп тотондо.
1992 йылда районда тәүге тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәрҙек. Унда ғаиләләрҙең шәжәрәһен уҡыусылар менән төҙөп, уны архив мәғлүмәттәре менән нығыттыҡ. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары республика этнографик слетта ҡатнашып, призлы урындар яуланы.
 
Һуңынан беҙгә иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән өсөн ауыл тарихы, ер-һыу атамалары, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, уйындары тураһында яҙып бирергә ҡушылды. Беҙ өлкәндәрҙән һорашып, “Сағыл” уйынының сценарийһын республика бәйгеһенә яҙып ебәрҙек. Йәштәр тауға йыйылып, усаҡ яҡҡандар, уйындар уйнағандар, бер-береһе менән аралашып, ҡауышҡандар был уйында. Был эш беренсе урынға лайыҡ булды.
1993 йылдың июнендә Иҫке Бәпес ауылына бөтә республиканан 70-ләгән команда ошо фольклор байрамына ҡатнашырға килде. Бер аҙна буйына барған сара бик ойошҡан һәм юғары кимәлдә үтте. Унан һуң Иҫке Бәпес мәктәбенән 31 бала “Артек” лагерында ял итеп ҡайтты.
Тап ошо хеҙмәттәрем өсөн дә 1995 йылда үткән тәүге ҡоролтайға делегат итеп һайланғанмындыр, тип уйлайым.
 
Әлбиттә, бөтә республиканан йыйылған ил, тел һағында тороусы арҙаҡлы, рухлы кешеләр йыйылған сарала ҡатнашыуыма сикһеҙ ғорурлыҡ хисе кисерҙем. “Нефтяник” һарайында делегаттарҙы бик матур ҡаршы алдылар. Йыйын милләтте, телде үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Тантаналы сарала Төркиәнән килгән Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы Иҫәнбикә ханымдың төрөк телендә, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең матур итеп сығыш яһауҙарын һоҡланып тыңланым.
Икенсе көндө төрлө темалар буйынса секциялар эшләне. Мин тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү секцияһында ҡатнаштым. Өсөнсө көнгә инде бөтә делегаттарҙы тирә-яҡ райондарҙа үткәрелгән һабантуйҙарға тараттылар.
Был йыйындан ҡанатланып, артабан тырышып эшләргә дәрт алып ҡайттым.
Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас