

Тимәк, улар игелекле булыуҙары менән бер рәттән рухлылар ҙа. Боронғо милли биҙәүестәребеҙҙе макраме ярҙамында заманса итеп эшләп күргәҙмәләргә сығарған Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһында рентген-лаборант булып эшләүсе Лиана Хөсәйенованы районда белмәгән кеше юҡтыр.
Бер нисә йыл эсендә ул бәйләгән милли һыҙатлы макраме шул тиклем популярға әүерелде, уларҙы бигерәк тә йәш гүзәл заттарыбыҙ яратып ҡабул итте. Бөгөн Лиананың ҡул эштәрен республикабыҙҙың ҡала-районындарында ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Норильск ҡалаларынан, Литва, Марокко һәм Италиянан һатып алыусылар ҙа бар.
- Халҡымдың ҡомартҡыларын өйрәнә башлағас, әсә теленең ҡәҙерен нығыраҡ аңлағандай булдым һәм социаль селтәрҙәге сәхифәмдә лә башҡорт телендә яҙмалар һала башланым. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан милли баҫманы улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдашым Ләйлә Юнысоваға бүләк итеп, рухи аҙыҡ таратыуға үҙ өлөшөмдө индереүемә бик шатмын, - ти Лиана Варис ҡыҙы.
Гел шундай изге күңелле булып ҡал, Лиана. Эштәрең уң барһын!
Гөлсәсәк Аласова.