Роза Юнысова мәктәптә уҡыған саҡта уҡ еңел атлетика менән шөғөлләнә. Физкультура һәм спортҡа булған һөйөүе уны Өфө һөнәри педагогия колледжына алып килә. Уҡыу йортон тамамлағас, дипломлы физкультура уҡытыусыһы яратҡан һөнәре буйынса эш башлай.
Роза Ринат ҡыҙы 2012 йылдан алып Ҡырмыҫҡалының спорт мәктәбендә аэробика буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй.
- Кескәй сағымдан уҡ спорттың был төрөнә ғашиҡмын. 1-се кластан алып үҙем дә аэробика менән шөғөлләндем, ә хәҙер уҡыусыларыма был һөнәрҙең серҙәрен асам. Кескәйҙәр менән эшләүе бик еңелдән түгел, шулай ҙа мин үҙ эшемде, балаларҙы шул тиклем ныҡ яратам. Әгәр ваҡытты кирегә әйләндерһәләр, барыбер ошо һөнәрҙе һайлар инем, - ти тәжрибәле тренер.
Эйе, уларҙың хеҙмәте еңел түгел, быны үҙе әҙ генә булһа ла балалар менән эшләп ҡараған һәр кем һәм беҙ – ата-әсәләр бик яҡшы аңлайбыҙ. Төп эшенән тыш спорт мәктәбе уҡытыусылары районда уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Тәрбиәләнеүселәре менән бергә район, республика кимәлендәге ярыштарҙа көс һынарға ла өлгөрәләр. Ғөмүмән, ял һәм байрам көндәре тип тормайҙар, улар һәр ваҡыт сафта.
- Балалар менән һабантуйҙа һәм төрлө башҡа байрамдарҙа бик теләп сығыш яһайбыҙ. Спорт мәктәбенә 3 йәштән алып 18 йәшкәсә балалар йөрөй. Эшем ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләмә ваҡыт бүлергә тырышам. Ҡыҙым менән улым да кескәй саҡтан уҡ спорт менән дуҫ. Яратҡан эш ялҡытмай. Шуға күрә хеҙмәтебеҙ ни тиклем ауыр булһа ла, зарланғаным юҡ. Былтырҙан алып Ҡырмыҫҡалының С.М. Чугункин исемендәге мәктәбендә башланғыс кластарҙы физкультуранан уҡытам. Атай-әсәйем рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт уларҙың ярҙамын, хәстәрен тойоп йәшәйем. Эшем менән дә, тормошом менән дә ҡәнәғәтмен. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит халыҡта. Сәләмәт булайым тиһәң, спортты яратырға кәрәк. Сәләмәт кешенең һәр саҡ дәрт-дарманы ташып тора, - ти үҙ эшенең оҫтаһы.
Беҙҙең кескәй балаларыбыҙға спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе Роза Ринат ҡыҙы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы ғына түгел, ә уңыштарға һәм еңеүҙәргә дәртләндереүсе, илһамландырыусы остаз да. Уның сәләмәт тормош рәүешен алып барыуға өндәүсе хеҙмәте физик әүҙемлек менән генә сикләнмәй, дөйөм алғанда, тормошҡа дөрөҫ ҡараш булдырыуға ла ярҙам итә.
Тренерыбыҙҙан уңдыҡ. Уны балаларыбыҙ ныҡ ярата, ҡасан тренировкалар була, тип һәр ваҡыт көтөп алалар. Һәр бала менән уртаҡ тел табып, уны ҡыҙыҡһындыра, ынтылыштарын күреп, һәләтен аса алған, бар күңел йылыһын биреп, кескәйҙәрҙе хәстәрлек менән солғай алған һөнәр эйәһен барыбыҙ ҙа ихтирам итәбеҙ һәм уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Роза Ринат ҡыҙы кеүек шәхестәр булғанда, тағы ла күберәк кеше үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрә һәм йәшәү рәүеше тураһында уйлана башлай.
“Цунами” кескәйҙәр төркөмө ата-әсәләре.