Даирә
+6 °С
Дождь
Афарин!
26 Июня 2025, 05:04

Күмәк көскә эш сыҙамай

Бәләкәй генә булһа ла, Яңы Бәпес ауылында халыҡ бик берҙәм. Дәррәү генә өмәгә сығып, тиҙ арала балалар майҙансығын һоҡланғыс итеп йүнәтеп тә ҡуйҙылар.  

Күмәк көскә эш сыҙамайКүмәк көскә эш сыҙамай
Күмәк көскә эш сыҙамай

Ватылған ерҙәре яңыртылды, бәүелсәктәр, төрлө уйын ҡорамалдары сағыу төҫтәргә буятылды. Өмәлә ҡатнашҡан бөтә халыҡҡа рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Филарит Байдәүләтов, Мырҙабай Янбаев, Рима Ҡаһарманова, Зәкирә Мөхәмәтҡолова, Нәүфилә Мөхәмәтҡолова, Әлфиә Шахморатова, Вәзилә Янбаева һәм Әнисә Әхмәтова ваҡытын йәлләмәй ошо изге эште башҡарып сыҡтылар. Әйтеп үтергә кәрәк, был сара Яңы Бәпес ауылы старостаһы, «Нур» мәсетенең имам-хатибы, Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте депутаты Рәфил хәҙрәт Шахморатов инициативаһы менән ойошторолдо, ҙур рәхмәт уға. Ауылдаштарыбыҙҙы йәшәгән еребеҙҙе йәмләп, балаларҙы ҡыуандырыу өсөн төҙөлгән майҙансыҡтарға һаҡсыл ҡарашта булырға, эшләгән эште юҡҡа сығармаҫҡа өндәр инек. Бөтәһе лә үҙебеҙ, балаларыбыҙ өсөн эшләнә бит. Беҙ ошо матурлыҡты булдырыусы кешеләргә рәхмәтлебеҙ. Ауылдарыбыҙ күркәм булһын өсөн һәр кемебеҙ һаҡсыл, тәртипле булып, балаларыбыҙға ла шуны өйрәтәйек!

Зөлфирә КИНЙӘҒОЛОВА.

Иҫке Бәпес ауылы.

Күмәк көскә эш сыҙамай
Күмәк көскә эш сыҙамай
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас