Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Июнь 2025, 09:10

Бәпесте милли кейемдә ҡаршы алғандар

Бала табыу йортонан яңы тыуған сабыйҙы әсәһе, атаһы, апайы һәм ағаһы ла башҡорт милли кейемендә ҡаршылаған.    

Бәпесте милли кейемдә ҡаршы алғандар
Бәпесте милли кейемдә ҡаршы алғандар

Була бит шундай рухлы йәштәр! Ана, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ менән Нияз Әбелғәзиндар улдарын милли кейемдә ҡаршы алған. Кем белә, бәлки, Әбелғазиндарҙың был аҙымы киләсәктә яңы трендҡа - бәпесте милли кейемдә ҡаршы алыуға ла башланғыс булыр әле.

Ни тиһәң дә, йәш ғаиләнең аҙымы тик хуплауға ғына лайыҡ! Улығыҙ һау-сәләмәт, дарманлы, уңышлы булһын!

Фото: "Юлдаш" төркөмө.

Автор:
Читайте нас