Башҡортостанда Еңеү көнөндәге парад ваҡытында аяҡ кейемен юғалтҡан "принцесса"ны оҙаҡ эҙләргә тура килмәй. Ул Учалы ҡалаһындағы 9-сы полилингваль мәктәп уҡыусыһы Элина Фәйезова булып сыға.
Ҡыҙ сафта китеп барғанда бер аяҡ кейеме сиселеп төшөп ҡала. Ул аптырамай, бер ни булмағандай маршты ялан аяҡ дауам итә. Тамашасылар ҙа бер нимә лә һиҙмәй.
Ҡала мэры Руслан Ғиләжетдинов был эште иғтибарһыҙ ҡалдырманы һәм уҡыусыны осрашыуға - тәүәккәллеге, ҡыйыулығы һәм үҙ-үҙен лайыҡлы тотоуы өсөн рәхмәт әйтергә саҡырҙы.
"Бына ул - ысын рух көсө! Ысынлап та, трибунанан бер кем дә был ҡатмарлы мәлдә йөҙө тыныс ҡалған йәш Учалы ҡыҙының ялан аяҡ атлағанын һиҙмәне", – тип билдәләне ул.
Афарин, Элина!
Фото: https://vk.com/ruslangilyazetdinov