Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
23 Ғинуар , 10:43

Изге эштәр ҡылып йәшәй

Район үҙәгендә урынлашҡан “БИК” канцелярия магазины хужаһы Зөһрә Пухованың эшҡыуарлыҡҡа тотоноуына сирек быуаттан ашыу йыл үткән.

Изге эштәр ҡылып йәшәй
Изге эштәр ҡылып йәшәй

Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 1983 йылда ҙур һәм яҡты хыялдар менән Мәскәү технология институтының Өфө филиалына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булғас, тыуған районға ҡайтып, һөнәре буйынса көнкүреш йортона эшкә урынлаша. Уны ҙур ғына коллектив туп­ланған тегеү цехы мөдире итеп ҡуялар. Ул көн дә иртән эш урынына ашҡынып бара. Яуаплылыҡты яратҡан белгес эшен бар күңелен һалып башҡара. Ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел таба. Заманалар үҙгәреп киткәс, дәүләттеке булған тегеү цехы ябыла. Артабан ни эшләргә? Эштең ояты юҡ. Ҡайҙа булһа ла эшләргә кәрәк. Тик ултырырға яратмаған ҡыҙ яңы ғына асылған “БИК” канцелярия тауарҙары магазинына һатыу­сы булып урынлаша һәм өр-яңы эшкә тырышып өйрәнә. Һәр һатып алыу­сының үтенесен тиҙ арала үтәй, ниндәй тауарҙар кәрәклеге, мөһимлеге тураһында тиҙ арала хужаһына еткерә бара.
2009 йылда эшләгән магазинды һатып алырға тигән тәҡдим булғас, үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға була. Эш асырға йөрьәт итә баҙнатлы ҡыҙ һәм сауҙа эшенә дәртләнеп тотона. Өйрәнгән эшен дауам итеп, район халҡын канцелярия тауарҙары менән тәьмин итә. Бөгөнгө көндә Зөһрә Рәсил ҡыҙы аяғында ныҡлы баҫып торған булдыҡлы эшҡыуар. Ул һәр саҡ магазинында халыҡты яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, матур итеп һөйләшә. Бында килеүсе үҙенә кәрәк булған та­уарҙы таба ала. Магазинында канцелярия тауарҙарынан тыш, китаптар һәм уйынсыҡтар ҙа тәҡдим ителә.
Зөһрә Пухова булдыҡлы эшҡыуар һәм ярҙамсыл, изге күңелле кеше лә. Ул ғүмер буйы мөрәжәғәт итеүселәргә иғәнәселек ярҙамы күрһәтә. Шулай, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда район гәзиттәрен ярҙамынан ташламай. “Кешеләрҙән алырға ғына түгел, бирергә лә кәрәк”, - ти ул.
Ә ғаиләһендә хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Күпме мәшәҡәттәр менән тулы эшенән ҡайтҡас, яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата.
Ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән эшҡыуарға эшендә уңыштарға ғына өлгәшеп йәшәргә булһын, һәм изгелектәре үҙенә икеләтә әйләнеп ҡайтһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: