Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
23 Ғинуар , 10:56

Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында

Ат “ене” ҡағылған тиҙәр бындай кешеләр хаҡында. Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Илхан Әлмөхәмәтов тап шундайҙарҙан. Ул күптән түгел генә ат са­бышындағы сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы.Изге Торатау битләүендә «Торатауҙа ат сабыштары» асыҡ турниры үтте. Унда Башҡорто­стандың 17 районынан һәм Та­тарстандан килгән һыбайлылар ярышты. Сәмле ярыштарҙы ҡа­рарға биш меңгә яҡын тамаша­сы йыйылды. Ошо мәртәбәле ярышта Түбәнге Төкөн мәктә­бенең 9-сы класс уҡыусыһы Ил­хан Әлмөхәмәтов ике дистанци­яла ҡатнашты. Икеһендә лә 1-се урын яулап, сертификаттарға эйә булды.

Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында
Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында

Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында

- Атайым Илһам Әл­мөхәмәтов электән аттар тота. Шуға күрә мин бик бәләкәйҙән үк атайым менән бергә аттар ҡа­рап үҫтем. Аттарҙы ныҡ яратам. Туғыҙ йәштән алып атта һыбай саба башланым. 13 йәштә үҙемә бер тай өйрәтеп алдым һәм шул атым менән тәүге тапҡыр Бело­рет районына ярышҡа барып, 3-сө урын алдым. Артабан һа­бантуйҙарҙа ҡатнаша башла­ным. Торатауҙа ат сабыштары үтәсәге хаҡында ишеткәс, унда ла көсөмдө һынап ҡарамаҡ­сы булдым, тик үҙемдең атым тиҙҙән ҡолонларға тейеш ине. Күп уйлап торманым, Архангел районында йәшәүсе күптәнге таныш ағай Рәүил Баһаутдинов­тың өйрәтелмәгән тайын һорап алдым да, уны ике ай буйына өйрәтеп, 14 декабрҙә Архангел­дә үткән ярышта шул Изабелла исемле ат менән 2-се урын алып ҡайттым. Торатауға иһә Рәүил ағай менән ике ат алып барҙыҡ. Мин жокей булдым. 1200 ме­трлыҡ дистанцияла Изабелла менән беренсе булып килдем. Салауат Юлаев тигән ат менән 2400 метрлыҡ дистанцияла тағы ла беренселекте яуланым. Был минең әлегә иң ҙур еңеүем. Киләсәктә лә һынатмаҫҡа ине. Аттарын миңә ышанып тапшырған Рәүил ағайға сикһеҙ рәхмәтлемен, - тип һөйләне Илхан үҙенең аттарға булған һөйөүе һәм ат сабыштарындағы еңеүҙәре хаҡында.

Илхан шулай уҡ ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә һәм клубта үткән сараларҙа йырлай ҙа, бейей ҙә.

-«Торатауҙа ат сабыштары» матур бер йолаға әүерелер, тағы ла күберәк кешеләрҙе йыйыр, тип ышанам. Республикала ваҡиғалы туризм әүҙем үҫешә, был дөрөҫ һәм яҡшы, - тип яҙҙы был ярыш тураһында социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.

-Түбәнге Төкөн ауылында тағы бер шатлыҡлы хәл. Ил­хан Әлмөхәмәтов республика күләмендә үткән ат ярышында еңеп, ике алтын миҙал яуланы. Ике ярышта ла беренсе урын уныҡы! Был беҙҙең өсөн ҙур ҡы­уаныс һәм ғорурлыҡ! - тип яҙа Илхандың ауылдаштары интер­нет киңлегендә.

Илхандың был оло еңеүе – беҙҙең өсөн дә ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ. Киләсәктә тағы юғарыраҡ еңеүҙәр яулап, райо­ныбыҙҙы һәм республикабыҙҙы данларға яҙһын һиңә! “Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында”, -тип халҡы­быҙ бушҡа әйтмәгән шул.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында
Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында
Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: