Бөтә яңылыҡтар
10
Афарин!
30 Декабрь 2024, 12:06

Илназдың хыялы тормошҡа ашты

Илназдың хыялы тормошҡа аштыЯңы йыл – күп хыялдарҙы тормошҡа ашырыусы тылсымлы байрам. 

Илназдың хыялы тормошҡа ашты
Илназдың хыялы тормошҡа ашты

Уларҙың береһе – “Теләктәр шыршыһы” акцияһы бәләкәстәрҙең иң ҙур хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Район гәзиттәре редакцияһы коллективтары ярҙамында Үтәгән ауылында йәшәүсе 6-сы класс уҡыусыһы Илназ Баһауетдиновтың да хыялы тормошҡа ашты – ул күптән теләгән сымһыҙ наушниктар алды.
Илназ Юлиә һәм Гимназ Баһауетдиновтарҙың ғаиләһендә икенсе бала. Лилиә - 11 класта, Илназ - 6-сы класта, Азалия 4-се класта белем алһалар, кескәй Айназға тиҙҙән ете йәш тула. Бала саҡтан церебраль паралич ауырыуы менән яфаланыуға ҡарамаҫтан, ул тиҫтерҙәренән һис тә ҡалышмай. Үҙ аллы мәктәпкә йөрөй, “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, бигерәк тә математика фәнен ярата. Күңелендә үҫкәс уҡытыусы булам, тигән хыялын да йөрөтә.
Ҡыш бабайға яҙған хатындағы теләге үтәлгән кеүек, киләсәктә лә Илназдың барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы билдәләргә генә уҡыуын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: