Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Декабрь 2024, 11:36

Уҡыусылар ҙа ҡушылды

Иҫке Бәпес мәктәбе коллективы һәм Радик Талипов исемендәге эҙәрмәндәр отряды тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операция биләмәһенә госпиталдәргә 100 комплект постель кәрәк-ярағы тегеп ебәрҙе.

Уҡыусылар ҙа ҡушылды
Уҡыусылар ҙа ҡушылды

Постель кәрәк-яраҡтары тегергә көн һайын йөрөгән активистарыбыҙ - хеҙмәткәрҙәр Эльвира Хәмиҙуллина, Миләүшә Кинйәғолова, Гөлнур Шаймарҙанова, Юнир Дилмөхәмәтовтар, уҡыусылар Регина Мифтахова, Гөлназ Хәлитова, Аделина Хәсәнова, Илина һәм Илназ Ишемғоловтар, Нурислам Яҡупов, Ансар Хәлитов, Айбулат Ҡадиров, Тимур Хәсәнов, Карина Иҫәнгилдина, Эльнара һәм Алина Вәлиеваларҙың да эштәрен билдәләп үткем килә.Материалдарҙы хәстәрләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Боҙаяҙ ауылынан М.Сөләймәнов исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Азат Сөләймәновҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Күмәк тырышлыҡ менән эшләнгән эшебеҙ яугирҙәребеҙгә барып етер, тип ышанабыҙ. Бына шулай, йәштәр ҙә был изге эшкә ҡушылғас, эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр.
Рамазан Шаймарҙанов,
Иҫке Бәпес мәктәбе мөдире.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: